Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Донъя ҡото – ҡатын-ҡыҙ

Тайыш ауылында ошондай исем аҫтында ҙур мәҙәни сара үтте

Районыбыҙҙың Әбдрәхим, Йонос, Тайыш, Һабанаҡ, Һөләймән, Яуыш, Ләмәҙтамаҡ ауылдарында ағинәйҙәр хәрәкәте киң таралыу алды. Был ауыл- дарҙағы хөрмәтле апайҙарға башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йола-байрамдарын тергеҙеү, телде, милли кейемде һаҡлап ҡалыу теләге менән янған йәш килендәр ҙә ҡушылды. Улар мәктәптәрҙә балаларға милли кейем, тел тураһында һөйләй, йылға буйҙарын, ауыл урамдарын таҙартыу буйынса өмәләр ойоштора.

Ағинәйҙәр күрше ауылдарға ла сығалар. Һәр ауылда уларҙың сығыштары ниндәйҙер бер темаға арнала. Тайыш ағинәйҙәре ойошторған осрашыу «Донъя ҡото – ҡатын-ҡыҙ» тип аталды. Осрашыуҙы оҫта итеп алып барыусы Рәмилә Мөхәмәтйәнова ауылдарының ҡото булған ҡатын-ҡыҙҙары тураһында бәйән итте. Улар оло быуын апайҙары – 10 балаға ғүмер биреүсе әсәләр Мәҙинә Шәмсетдинова, Факиһа Вәхитова, 9 бала үҫтергән Ғәшүрә Ғәниева, 8-5 бала үҫтергән Асия Йәрмөхәмәтова, Гөлсимә Хәлимова, Мәйсәрә Мостафина, Фәриҙә Мостафина, Тәнзилә Мозафина, Лиза Хисмәтуллина, Лира Сибәғәтова, Люция Ҡазыева һәм башҡалар, тыл ветерандары Фәрзәнә, Факиһа апайҙар, Ленин ордены кавалеры Сәмәрйә Ғәйнуллина, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Нәзифә Шәрипова, Мәскәүҙә ВДНХ-ла Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы алдынғылары күргәҙмәһендә ҡатнашҡан Хәсәнә Вәлиева, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Гөлзада Диникаева апайҙар.

Йонос ауыл хакимиәте башлығы Рәүф Ниғмәтуллин ауылдың актив ҡатын-ҡыҙҙарына, ағинәйҙәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Китапханасы Миләүшә Мостафина, ауыл клубы етәксеһе Дания Вәлиева тарафынан әҙерләнгән кисә бик матур үтте. Тайыш ағинәйҙәре үҙ сығыштарында элекке замандарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өлөшөнә төшкән аяуһыҙ яҙмышты тамашасыларға еткерҙе. 1735-1736 йылдарҙа башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа иҫ киткес ҡанһыҙлыҡ күр-һәткән батша сатрабы К. Тевкелев бер төн эсендә юҡҡа сығарған Һөйәнтуҙ ауылы фажиғәһенә бағышланған «Ҡыҙҙар тауы» күренешен бик әҫәрле итеп тамашаланы улар. Йонос ағинәй-ҙәре сығышында башҡорт халыҡ йыры «Сәлимәкәй» сәхнәләштерелде. Илфат Ниғмәтуллин был йырҙы бик аһәңле итеп башҡарып, ағинәйҙәргә ҙур ярҙам күрһәтте. «Саҡ менән Суҡ» бәйетендә Һөләймән ағинәйҙәре ҡумыҙҙы бик оҫта ҡулланды. Ә инде Әбдрәхим ағинәйҙәре телде һаҡлап ҡалыу тураһында оран һалһа, шул уҡ ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар совете ағзалары хәҙерге заманда әхлаҡ темаһын күтәрҙе. Осрашыуҙа Һабанаҡтың күптән түгел ойошторолған “Ағинәйҙәр ҡоро” мөнәжәт менән ҡатнашты. Кисә барышында Рәмилә Вәхитова йырҙары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.

Нәзирә ӘХКӘМОВА,

район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.