Борондан бала тәрбиәләүҙә олатай-өләсәйҙәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур булған. Ҙур тормош тәжрибәһенә һәм тәрән аҡылға эйә аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр халыҡ йырҙары, әкиәттәре, риүәйәттәре аша кескәйҙәрҙә Ватанына, үҙ халҡының мәҙәниәтенә һәм теленә һөйөү тәрбиәләгән.
Нәҡ ошондай маҡсат менән биш йыл элек Әбдрәхим ауылында районда тәүге “Ағинәйҙәр” ҡоро булдырыла.
Шул мәлдән алып районда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙем үҫешә. Бөгөн Әй йылғаһы буйлап урынлашҡан башҡорт ауылдарының күпселегендә бындай йәмәғәт ойошмалары бар. Улар бик йыш, бигерәк тә йылға боҙ менән ҡапланып, ҡышҡы юл асылғас, бер-берҙәренә йөрөшәләр, осрашыуҙар ваҡытында тәжрибәләре менән уртаҡлашалар, башҡарылған эштәре менән таныштыралар.
Ҡунаҡсыл әбдрәхимдәр, һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтеп, быйылғы миҙгелде асып ебәрҙеләр. Улар Һөләймән, Ләмәҙтамаҡ, Тайыш ауылдарынан һәм күрше Балаҡатай районының Билән ауыл биләмәһенән ҡунаҡтарҙы ҙур хөрмәт менән ҡаршы алды. Шуны ла әйтеп үтеү мөһим: күрше район башҡорттары вәкилдәре беҙгә икенсе тапҡыр килде. Беҙҙекеләр ҙә уларҙа булып ҡайтты. Эйе, бер уй, бер теләк менән янып йәшәһәң, араларҙың алыҫлығы тойолмай (был ауыл биләмәһе Балаҡатай районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Иҫке Балаҡатай, Ҡарлыхан ауыл биләмәләре, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәш, район үҙәгенән 50 километр алыҫлыҡта ята.
Осрашыуға теманы әбдрәхимдәр бик ентекле уйлап һайлаған: ир-егет – ил көҙгөһө. Уларҙың маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен арттырыу һәм нығытыу, ир-егеттең ғаиләлә абруйын һаҡлау һәм күтәреү.
Хужалар менән бергә сәхнәлә ҡунаҡтар сығыш яһаны: улар тамашасыларға халыҡ ижадының бик матур өлгөләрен тәҡдим итте. Сәхнәлә ауылдың абруйлы ир уҙамандары Рифат Хисмәтуллинға, Сәғит Таһировҡа, Иҙелман Айсинға хөрмәт күрһәттеләр, яҡут туйҙарын билдәләгән Миңлебикә һәм Иҙелман Айсиндарҙы ҡотланылар.
Әбдрәхим мәктәбе уҡыусылары шаян йыр аша атай-әсәйҙәрҙе үҙ тәрбиәләү ысулдарына икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте.
Үҙ сығыштарында район хакимиәте башлығы Гөлназ Ҡадирова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаларына район һәм республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашып, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, телебеҙҙе һаҡлауға тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.