Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
24 Октябрь 2018, 13:04

Үткәндәрҙе иҫләп, бөгөнгө көнгә ҡыуанып йәшәйҙәр

Быйыл октябрҙә Мәсетле районының “Чернобыль союзы” йәмәғәт ойошмаһына 25 йыл тула.

Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Мәсетле еренән 40 кеше ҡатнаша. 1993 йылда республика чернобылселәр ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Эрик Зәйнуллин ҡатнашлығында уларҙың тәүге ултырыштары ойошторола. Көн тәртибендә – районда “Чернобыль союзы”ның беренсел ойошмаһы булдырыу.

– Был ойошманы төҙөү кәрәклеге, 1986 йылда Чернобыль фажиғәһе һөҙөмтәһендә радиация алған граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән закондар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың үтәлмәүе тураһында хаттарҙың күбәйеүенә бәйле, – тип һөйләй ойошма етәксеһе Марсель Ғиндуллин. – Мөрәжәғәттәрҙең йөкмәткеһе бер: граждандарҙың был категорияһын социаль яҡлауҙы тәьмин итергә кәрәк.

Законлы хоҡуҡтар һәм мәнфәғәттәр өсөн көрәшергә ҡарар итәләр. Борғатъя ауылынан Марсель Ғиндуллинды беренсел ойошманың рәйесе итеп һайлайҙар. Ошо мәлдән алып 25 йыл ваҡыт үтеп киткән, күп эштәр башҡарылған, ойошма ағзалары өсөн күп нәмә эшләнгән. Законлы льготаларҙы алыу, сәләмәтлекте нығытыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителгән, ойошма ағзалары аҙыҡ-түлек өсөн 100 мең һум күләмендә аҡсалата компенсация алған.

Мәсетле ойошмаһы Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаш-ҡан мәсетлеләр иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн үҙ өлөштәрен индерҙе. Ойошма ағзалары мемориаль стела ҡуйыуға аҡса йыйҙы. 2009 йылдың апрелендә Оло Ыҡтамаҡта уны тантаналы астылар.

Ошо йылдар дауамында ойошманың алмаштырғыһыҙ етәксеһе – Марсель Ғиндуллин. Тынғыһыҙ был кеше ойошманың һәр ағзаһы коллегаларының ярҙамын һәм дәүләт яҡлауын тойһон өсөн бар көсөн һала. Уның менән Диларис Бикташев, Леонид Ивакин, Рәсим Сафиев, Фаданис Мөниров иңгә-иң терәп эшләй. Улар һәр ваҡыт ярҙамға әҙер. Бөгөн районда ликвидаторҙар 20 кеше иҫәпләнә. Улар 1986 йылғы фажиғәле ваҡиғалар тураһында онотмай, әммә киләсәккә пландар төҙөй, бөгөнгө көндән ләззәт алып йәшәйҙәр.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.


Һүрәттә: 2018 йылдың апреле. Оло Ыҡтамаҡтың чернобылселәргә арналған стела эргәһендә.