Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
8 Октябрь 2018, 12:01

Туған тел – кисә, бөгөн, иртәгә

Өфөлә “Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” (“БР ТММА”) төбәк йәмәғәт ойошмаһының “Туған тел – кисә, бөгөн, иртәгә” темаһына кәңәшмәһе булды. Ул татар халҡының туған телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм милләт-ара татыулыҡты һаҡлап ҡалыуға һәм нығытыуға арналғайны.

Кәңәшмә эшендә “БР ТММА” төбәк ойошмаһы советы ағзалары, райондар һәм ҡалаларҙың урындағы милли-мәҙәни автономиялары етәкселәре, республика райондары һәм ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары, мәғариф идаралыҡтары начальниктары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең райондан унда хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова һәм “БР ТММА” төбәк бүлексәһе рәйесенең Мәсетле районы буйынса урынбаҫары Радик Вәлиев вәкил булып барҙы.

Сарала сығыш яһаусылар туған тел уҡытыусыһының статусы, туған телдәр уҡытыуҙың сифаты, башланғыс кластарҙа һәм балалар баҡсаларында туған телде өйрәнеү, туған телдәр һәм әҙәбиәт буйынса олимпиадалар уҙғарыу, татар телен-дәге телетапшырыуҙарҙы тергеҙеү кәрәклеге, рейтинглы сараларҙа ҡатнашыу һәм башҡалар тураһында һөйләнеләр.

– Туған телдәрҙе, шул иҫәптән башҡорт һәм татар телдәрен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү тураһында һөйләгәндә, үҫеп килеүсе быуындың үҙ телен белмәүе, китаптар уҡырға, тарихты өйрәнергә, туған телдә телетапшырыуҙар ҡарарға теләмәүе хаҡында уйланырға кәрәк.

Федераль законға ярашлы туған телдәр өйрәнеләсәк, ләкин был ғына етерлек түгел. Мәктәптәрҙән тыш, бында ғаилә лә ҙур роль уйнай. Берҙәм дәүләт имтиханына яҡшыраҡ әҙерләнеү өсөн күп ата-әсәләр туған тел урынына рус телен һайлай. Әммә бер нисә, шул иҫәптән туған телде белеү кешенең эске донъяһын байыта, ундай кешеләр тормошта күберәккә ирешә. Шуға күрә ғаиләләрҙә туған телде һаҡлап ҡалыу буйынса эште көсәйтергә кәрәк. Үҙ телеңдә һөйләшергә, балаларға бишектән үк туған телдә китаптар уҡырға кәрәк. Сөнки әсә һөтө менән һеңдерелгән тел бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Беҙҙе тағы ла бөгөн ҡатнаш никахтарҙың бик күплеге борсой. Был да туған телде һаҡлап ҡалыуға кире йоғонто яһай. Шулай итеп, киләсәккә беҙҙең пландар – “БР ТММА” төбәк бүлексәһе эшен йәнләндерергә, туған телдәрҙе үҫтереү буйынса район башҡорттар ҡоролтайы менән берлектә эшләргә. Йыл йомғаҡтары буйынса, 2019 йылдың июлендә иң яҡшы активистар Ҡазан ҡалаһына сәфәр менән дәртләндереләсәк, – тине Радик Вәлиев.

Айгөл ШАРАПОВА.