Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмәғәт ойошмаларында
24 Октябрь 2017, 02:00

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, республика “Ағинәй-ҙәр ҡоро” рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм башҡарма комитеттың баш белгесе Марат Ғилманов беҙҙең районға килеп китте. Осрашыуҙа район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Закирйән Ғатауллин, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова, ауылдарҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты. Зөһрә ҒӘНИЕВА Боронғоларҙың бер аҡылы булыр был: кәңәш бирә йөрөгөҙ, кәңәш ала йөрөгөҙ. Шөкөр, бөгөн дә арабыҙҙа кәңәш бирә йөрөр, халҡыбыҙҙы иманға өндәүсе аҡһаҡалдарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ бар, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыр иманлылар ҙа бихисап. Улар өлгөһө, улар тәжрибәһе аша йәштәребеҙ, балаларыбыҙ, урта быуын аңына, иманлылыҡ күп мәсьәләләрҙе үҙенән-үҙе хәл итә, тигәнде һеңдереү. Шуның өсөн дә һәр районда, һәр ауылда ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар хәрәкәтен тергеҙеү, улар-ҙың кәңәш ҡорон эшкә егеү Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ошо бурысты атҡарыуға ең һыҙғанған Ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһының эш планына төп пункт булып индерелгән... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 24 октябрендәге 85-се һанында уҡығыҙ.