

1. Был ниндәй отряд?
Республикала «БАРС» подразделениеһына кешеләр йыйыу бара, ул республиканың граждан объекттарын һәм предприятиеларын пилотһыҙ аппараттарҙан һаҡлай. Был контракт-тың үҙенсәлеге шунда: ир-егет төп гражданлыҡ эшен күнекмәләр һәм йыллыҡ хәрби йыйындар менән берләштерә. Рәсәйҙә бындай резервсылар 2015 йылдан булдырылды, әммә уларға МХО башланғандан һуң ихтыяж айырыуса артты.
2. Кандидаттарға талаптар ниндәй?
Резервҡа туғыҙ кластан кәм булмаған белемгә эйә, запаста булған һәм бер нисә критерийға тап килгән ир-егеттәр инә ала.
Беренсенән, прапорщиктар, сержанттар һәм һалдаттар өсөн максималь йәш – 52 йәшкә тиклем. Кесе офицерҙар өсөн 57 йәшкә тиклем. Өлкән офицерҙар өсөн 62 йәшкә тиклем.
Икенсенән, һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булырға (А, Б йәки В категориялары).
Өсөнсөнән, психологтың һынауын үтергә кәрәк.
Дүртенсенән, «БАРС»ҡа наркотиктар йәки психотроп матдәләр ҡулланған өсөн административ яза алған, төрмәлә ултырған кешеләрҙе; ғәйепләү ҡарары сығарылған, тикшереү барған йәки енәйәт эше судҡа тапшырылған граждандарҙы алмайҙар.
Запаста булған элекке хәрбиҙәр, предприятие хеҙмәткәрҙәре, дружинниктар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, көс структураларының элекке хеҙмәткәрҙәре резервист була ала.
3. Ниндәй ташламалар һәм түләүҙәр ҡаралған?
Яңы контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләү 2967 һумдан 10 974 һумға тиклем (званиеға бәйле).
Айлыҡ түләүҙәр 2967 һумдан 7316 һумға тиклем (званиеға бәйле).
Махсус йыйындар үткәреү осорондағы түләүҙәр – 24720 һумдан алып 60967 һумға тиклем (званиеға бәйле) + һәр көн өсөн 2000 һум. Шулай уҡ төп эш урыны буйынса эш хаҡы һаҡлана. Ҡайһы бер яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары контрактҡа ҡул ҡуйған хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ярҙам саралары булдырған, мәҫәлән, һәр бәреп төшөрөлгән дрон өсөн 75 мең һум түләү ҡаралған.
Социаль льготаларҙың пакеты ҙур, улар араһында ғүмерҙе страховкалау, бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү, 1,5 йәштән ҙурыраҡ балаларҙы балалар баҡсаларына сиратһыҙ урынлаштырыу, түңәрәктәргә һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларына бушлай йөрөү, балаларҙы өйгә яҡыныраҡ балалар баҡсаһына күсереү, мәктәпкәсә йәштәге учреждение өсөн түләүҙән азат итеү һәм башҡалар бар.
Резервҡа яҙылғандар мобилизацияға эләкмәй.
4. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Процесс бер нисә этаптан тора.
1. Даими хәрби иҫәп урыны буйынса хәрби комиссариат бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
2. Документтар тапшырырға (5-се пунктты ҡарағыҙ).
3. Медицина комиссияһы үтергә.
4. Резервсы беркетелгән хәрби час-та аттестация үтергә.
5. Өс йәки биш йылға контракт төҙөргә.
5. Ниндәй документтар кәрәк?
Кандидаттар үҙҙәре менән алырға тейеш:
паспорт, хәрби билет, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, никах һәм балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтары (булған осраҡта), белем тураһында документтар һәм хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе;
фотография анфас 9х12 см (кире яғына фамилия, исем, атаһының исеме һәм фотоға төшөү датаһы яҙыла);
ике данала автобиография, уларҙың береһе үҙ ҡулың менән яҙыла;
һуңғы эш (уҡыу, хеҙмәт) урынынан характеристика;
тултырылған анкета (бланк хәрби комиссариатта бирелә).
Ә БЫЛ ВАҠЫТТА
Башҡортостан элиталы ғәскәрҙәргә кеше йыя
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә кеше йыйыу бара. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса булдырылған яңы элиталы ғәскәр төрө. Унда хеҙмәт итеүҙең бер нисә өҫтөнлөгө бар. Улар:
Хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫтағы хәүефһеҙ хеҙмәт.
Хеҙмәт итеү ваҡыты бер йәки унан күберәк йыл тип аныҡ билдәләнә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңы контракт төҙөргә мөмкин.
Башҡа ғәскәрҙәргә һәм һөнәрҙәргә күсереү тыйыла.
Студенттарға хеҙмәттән һуң бюджет нигеҙендә уҡыуын дауам итеү шарты менән академик отпуск бирелә.
Бөтә ғаиләгә 50-нән ашыу төрҙәге ярҙам сараһы.
Бер тапҡыр 1,4 миллион һумдан алып түләү ҡаралған, артабан айына – 220 мең һумдан алып эш хаҡы.
Дошмандың ҡорамалдарын ҡыйратҡан өсөн 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр.
Кандидаттарға талаптар түбәндәгесә:
- 18 йәштән 35 йәшкә тиклем Рәсәй гражданы булған ир-егеттәр – FPV-дрон операторҙары, ә 18 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр башҡа белгес була ала. Һаулыҡ буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булыу шарт. Сроклы хеҙмәт тәжрибәһе мотлаҡ түгел;
- туғыҙ кластан кәм булмаған белем;
- ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу зарур. Башҡа хөкөм ителеүселәргә ҡарата ҡарар шәхсән ҡабул ителә;
- «геймер тәжрибәһе» йәки радиосамолет/дрон менән идара итеү тәжрибәһе хуплана.
Үҙеңдең хәрби комиссариатыңа йәки 122 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.
Фото: Ғәзиз Әбделмәнов