Мәсетле тормошо
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
4 Июня , 11:30

Әсә хеҙмәтенә дан!

Һәр ауылдың таянысы – ныҡлы ғаилә. Ә уның нигеҙен ғаиләһе именлеге өсөн бар көсөн һалған тырыш ата-әсәләр тәшкил итә. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Надежда Мачкасина беҙҙең өсөн сикһеҙ әсә һөйөүе һәм хәстәрлеге өлгөһө булып тора. Ошо көндәрҙә уға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Миҙал биш һәм унан күберәк бала үҫтергән (уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алған) әсәләргә бирелә. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин биш бала әсәһенә ихлас рәхмәтен белдерҙе һәм ныҡлы һаулыҡ теләне.

Әсә хеҙмәтенә дан!Әсә хеҙмәтенә дан!
Әсә хеҙмәтенә дан!

Надежда Ивановна Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. “Тепловик” йәмғиәтендә водитель булып эшләгән Илдар Ильяс улы менән ул биш бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙы Елизавета туғыҙынсы класта уҡый, һүрәт төшөрөү һәм ҡул эштәре менән мауыға. Дүртенсе класс уҡыусыһы Артем спортҡа һәм конструкторҙар йыйыуға өҫтөнлөк бирә. Быйыл беренсе класты тамамлаған Юлиә ата-әсәһен уҡыуҙағы һәм ижадтағы уңыштары менән ҡыуандыра. Иң бәләкәйҙәре Ульяна менән Лиана балалар баҡсаһына йөрөйҙәр, бейейҙәр, һүрәт төшөрәләр.
Надежда Мачкасина үҙе дүрт балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән.
– Бар ваҡытымды балалар менән үткәрәм, һәр кемгә иғтибар бүлергә тырышам: уйнайым, ҡосаҡлап яратам, тыңлайым. Ял ваҡыттарын бөтә ғаиләбеҙ менән үткәрәбеҙ. Йәйгеһен балалар баҡса үҫтереүҙә ярҙам күрһәтә, ҡышын ихатанан ҡарҙы таҙарта, – тип һөйләй Надежда Ивановна. – Мин шундай ҙур ғаиләм булыуына шатмын һәм уны бик яратам. Балаларҙа хеҙмәткә һөйөү, үҙ аллылыҡ һәм кеселәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләргә тырышам, әммә тәү сиратта – кешелеклелек сифаттары. Дәрәжәбеҙҙе юғалтмау мөһим тип иҫәпләйем.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан күп балалы ғаиләләр һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй: Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урында тора. Республикала бындай 74 меңдән ашыу ғаилә иҫәпләнә, уларҙың һаны артыуын дауам итә.
– Күп балалы ғаилә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Уларға һәр яҡлап ярҙам итеү – беҙҙең мөһим бурыс. Республикала бәхетле әсәлек өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, дауаханалар һәм поликлиникалар, мәҙәниәт йорттары һәм спорт үҙәктәре төҙөйбөҙ. Яңы түңәрәктәр һәм секциялар асабыҙ, байрамдар уҙғарабыҙ, йәйге ял ойошторабыҙ, – тип билдәләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү һәм демография мәсьәләһен хәл итеү Башҡортостандың идара командаһы эшенең төп йүнәлештәренең береһе булып ҡала.
Бөгөн республикала балалы ғаиләләргә комплекслы ярҙам системаһы булдырылған да инде – 200 меңдән ашыу ғаилә 50-гә яҡын төрлө саралар һәм льготалар ала. Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә мәктәп формаһы һатып алған өсөн ике йылға бер тапҡыр аҡсалата компенсация түләнә, беренсе класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы бирелә.
Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла “Ғаилә” үҙәктәре эшләй, һанлы сервистар һәм психологик ярҙам хеҙмәттәре үҫешә.
Бынан тыш, Башҡортостанда 21 декабрь Ишле ғаилә көнө тип иғлан ителде.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: