Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март , 15:00

Пенсионерҙы туҡмап, 200 мең һум аҡсаһын алғандар

Өфөлә пенсионерҙы туҡмап, унан 200 мең һум аҡса урлаған ир судҡа бирелде. Прокуратура РФ Енәйәт кодексының 162-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлай (талау, ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле көс ҡулланыу).

Тикшереү версияһы буйынса, 2025 йылдың декабрендә енәйәтсе Өфөлө оло йәштәге ирҙең банк бүлексәһендә аҡса алыуын күргән. Ул уның артынан килә һәм кешеһеҙ урында йығып туҡмай һәм 200 мең һум аҡса ала, шунан ҡаса. 75 йәшлек зыян күреүсенең баш һөйәге йәрәхәтләнә, гематомалар башлана. Ғәйепләнеүсе өлөшләтә ғәйепле булыуын таный.

Енәйәт эше Өфөнөң Киров район судына ебәрелгән.

Фото: социаль селтәрҙән.

Источник: https://bashgazet.ru/articles/intsident/2026-03-18/pensioner-y-tu-map-200-me-um-a-sa-yn-al-andar-4618587 

Автор: