Финалда ветеринария хеҙмәтендә эшләгән ветеринар-ҙар династияһы ҡатнашты. Ун иң яҡшы ғаилә коллективы тамашасылар һәм жюри ағзалары алдында оҫталыҡтарын күрһәтте. Унда республиканың Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Мәсетле, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы райондарынан һәм Өфөнән династиялар ҡатнашты.
Мәсетле районы исеменән ветеринария фельдшеры Айгиз Әсмәндиәровтың ғаиләһе сығыш яһаны. Ул “Ветеринар – беҙ берҙәмлек булдырыусы берҙәм ғаилә” ижади конкурсының зональ этабында ҡатнашҡаны өсөн II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Әсмәндиәровтар ғаиләһе Ишәле ауылында йәшәй. Ғаилә башлығы Айгиз Ахунйән улы ошонда тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 2018 йылдан, Кушнаренко ауыл хужалығы колледжын тамамлағандан һуң, Мәсетле районының район ветеринария станцияһында фельдшер булып эшләй. Ул Ишәле, Теләш, Тәкә һәм Яңы Мөслим ауылдары ингән Яңы Мөслим участкаһы хужалыҡтарын хеҙмәтләндерә. Хеҙмәт осоронда Айгиз үҙен компетентлы һәм яуаплы белгес, шулай уҡ төрлө ғаилә сараларында һәм ярыштарында әүҙем ҡатнашыусы булараҡ күрһәтте.
Теләш ауылында тыуып үҫкән тормош юлдашы Лена Рәхимйән ҡыҙы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә. Илназ менән Альбина Теләш мәктәбендә уҡый, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һөнәри эшмәкәрлектән тыш, ғаилә ағзалары йорт хужалығы алып бара: мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Шулай уҡ Айгиз Ахунйән улы умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
Конкурс иң яҡшы ғаилә командаларын асыҡларға, һөнәри компетенцияларҙың юғары кимәлен күрһәтергә һәм төбәктең бөтә ветеринария хеҙмәттәре көсөн берләштереүҙең мөһимлеген билдәләргә мөмкинлек бирә.
Луиза ЗАКИРОВА.