Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март , 16:35

Республикала лотерея миллионерын эҙләйҙәр

Ҡатнашыусы бәхетле билетты Әңгәсәк ауылындағы почта бүлексәһендә һатып алған.    

Республикала лотерея миллионерын эҙләйҙәр
Республикала лотерея миллионерын эҙләйҙәр

«Милли Лотерея» 8 Мартҡа арналған байрам тиражында 1 миллион һум отҡан яҡташыбыҙҙы эҙләй. Отош уҙған йәкшәмбелә Беренсе канал эфирында уйнатылған.

Еңеүсе һаман отошто теркәү өсөн компанияға мөрәжәғәт итмәгән.

«Беҙ Башҡортостанда йәшәүселәрҙе үҙҙәренең лотерея билеттарын иғтибар менән тикшереп сығырға, шулай уҡ яҡындарына ошо хаҡта иҫтәренә төшөрөргә саҡырабыҙ. Йыш ҡына билетты бүләккә йәки осраҡлы ғына һатып алалар, ә һуңынан һалып ҡуялар. Тап ошондай ҙур отоштар хужаһын оҙаҡ ҡына көтә», — тип белдерҙеләр дәүләт лотереяһының матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: Ксения Калинина | Башинформ

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-03-11/respublikala-lotereya-millioneryn-e-l-y-r-4609650 

Автор: