Бында иң яҡшы вариант – сәскәләр. Бигерәк тә ул күңел йылыһы менән йыйылған бул-һа. Гөлдәр – улар кешеләр кеүек: кәйефте тоя, күңелде күтәрә һәм наҙлы һүҙҙәрҙе еткерә. Күңелегеҙҙәге хис-тойғоларығыҙҙы еткереү өсөн идеаль сәскәләрҙе ҡайҙан эҙләргә? Байрам алдынан меңләгән ир-егетте ошондай һорау ҡыҙыҡһындыра. Уларҙың күптәре яуапты быйыл биш йыллығын билдәләгән “Һинең өсөн” (“Для Тебя”) сәскәләр студияһында тапҡан да инде.
“Һинең өсөн” сәскәләр студияһы ошо ваҡыт эсендә сауҙа нөктәһе булып ҡына ҡалманы, ә яҡындарын шатландырырға, йылмайыу бүләк итергә, өйөн биҙәргә йәиһә мөһим ваҡиға билдәләргә теләгәндәр өсөн күңеле тартҡан урынға әүерелде.
Бында никах, туй һәм юбилей, тәүге осрашыу һәм ғаилә байрамдары өсөн гөлләмәләр йыйыла, шулай уҡ һис ниндәй һылтау булмағанда ла, яҡшы кәйеф өсөн генә сәскәләр һайларға ярҙам итәләр.
Аҙнаһына ике тапҡыр яңы сәскәләр менән тәьмин итеү, уңайлы бонус системаһы, деталдәргә иғтибарлы ҡараш һәм клиенттарға ярҙам итеү теләге – тап ошолар, даими һатып алыусылар һүҙҙәренсә, сәскәләр студияһын башҡаларҙан айырып тора.
– Асылғандан һуң ике йыл үтеүгә беҙ юғары наградаға – Яндекстан “Яҡшы урын” исеменә лайыҡ булдыҡ. Был беҙҙең районда һәм Төньяҡ-Көнсығышта сәскә баҙарында беренсе булыуыбыҙ хаҡында һөйләй, – ти студия хужабикәһе Елена Ғәләүетдинова. – Беҙҙең сәскәләр студияһында баштан уҡ сифатҡа һәм индивидуаль ҡарашҡа иҫәп тотолдо. Биш йыл эсендә 5000-дән ашыу клиент беҙҙең менән ҡалды, үҙ аудиториябыҙ формалашты, күптәр, флористарға тормошоноң иң мөһим мәлдәрен ышанып тапшырып, ҡабат-ҡабат беҙгә килә. Заказдарҙы төрлө ерҙән ҡабул итәбеҙ, был ЯндексКарталағы “Яҡшы урын” наградаһы һөҙөмтәһендә лә. Заказдарҙы сифатлы башҡарғандары, изгелекле буғандары өсөн флористарға рәхмәт әйткем килә!
Елена Владимировна сәскәләрҙе һаҡлау сере менән уртаҡлаша: сәскәләр оҙағыраҡ ҡыуандырһын өсөн һыуын көн һайын алмаштырып һәм һабағын киҫеп торорға кәрәк, тәҙрә төбөнә һәм йылытыу приборҙары янына ҡуймаҫҡа.
Хәҙер иһә студия 8 Мартҡа әҙерләнә. Һатып алыусыларҙы күңелле сюрприздар һәм бүләктәр көтә. Райондан ситтә булғандарға борсолорға кәрәкмәй: ара алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, яҡындарын ҡыуандырырға теләгәндәр өсөн студия Мәсетле районы буйлап, Дыуан, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарына ла гөлләмәләр алып бара.
“Һинең өсөн” сәскәләр студияһы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Совет урамы, 23 адресы буйынса “Пятёрочка” магазины бинаһында (“Вега” ҡаршыһында) урынлашҡан. Заказдар 8-905-357-77-83 телефоны буйынса ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы “Бәйләнештә” төркөмөндәге “Һинең өсөн / Оло Ыҡтамаҡта сәскәләр. Илтеп биреү” (“Для тебя | Цветы в Большеустьикинское Доставка”) төркөмдә йәиһә түбәндәге QR-кодты сканер аша үткәреп белергә мөмкин.
Ихтирам менән Елена һәм Радик ҒӘЛӘҮЕТДИНОВТАР.
Реклама хоҡуғында.
316028000164110 һанлы ОГРН.