Лилита Бисарина Мәсәғүт ауылында тыуған. Унда ул өсөнсө класҡа тиклем уҡый, һуңынан ғаилә Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә. Ҡыҙ лицейҙы уңышлы тамамлай, шулай уҡ фортепиано класында тик “бишле” билдәләренә генә уҡып, музыкаль белемгә эйә була. Һуңынан уҡыуын университетта дауам итә, ике юғары белем ала. Шулай ҙа, һөнәри дәрәжәләре булыуына ҡарамаҫтан, Лилита икенсе юл һайлап, флористика менән шөғөлләнергә ҡарар итә.
– Флористика өлкәһендә үҙ эшемде тормош иптәшем Русландың ярҙамы менән 15 йыл самаһы элек астым. Ул беҙҙең дөйөм аҡсаға сәскәләрҙең тәүге партияһын һатып алып, ғаилә бизнесын башларға тәҡдим итте һәм үҙе тәүге сәскәләр композицияһын йыйҙы. Ул ваҡытта сәскәләр менән артыҡ мауыҡманым, сөнки төп иғтибарым юғары уҡыу йортонда белем алыуға йүнәлтелде, – тип иҫенә төшөрә Лилита.
Флористика сәнғәтендә тәүге һөнәри белемде Екатеринбургта ала, унда кәрәкле белем һәм күнекмәләргә эйә була. Һуңыраҡ, Оло Ыҡтамаҡ ауылында үҙенең бәләкәй генә сәскәләр магазинын асып, Лилита тауарҙар партияһын ҡабул итергә, сәскәләр материалын әҙерләргә, гөлләмәләр йыйырға һәм әҙер изделиеларҙы дөрөҫ төрөргә өйрәнә. Был башланғыста уның тормош иптәше төп ярҙамсы, таяныс һәм конструктив тәнҡитсе була, мөһим ҡарарҙарҙа ярҙам итә.
Бөгөн Лилита үҙ эшен камиллаштырырға, салон персоналының квалификацияһын күтәреүҙе ойошторорға һәм профессиональ үҫешен тәьмин итергә ынтыла. “Family Flowers” салоны тотороҡло эшләй һәм районда йәшәүселәр араһында популярлыҡ яулай. Салондың сәскә продукцияһы аҙна һайын яңыртыла, продукция Краснодар крайы, Эквадор, Голландия һәм Әрмәнстандан килтерелә. Өҫтәмә рәүештә гөлләмәләрҙе биҙәү өсөн кәрәкле тауарҙар һатып алына.
Лилита һүҙҙәренсә, 8 Март һәм Әсәләр көнө иң “ҡыҙыу миҙгел” булып тора: тап шул саҡта заказдар һаны ла, эш күләме лә ҡырҡа арта. Хәҙерге ысынбарлыҡ төрлө мессенджерҙар ярҙамында клиенттар менән әүҙем аралашыуҙы күҙ уңында тота, был ҙур иғтибар һәм бөтә һорауҙарҙы оператив эшкәртеүҙе талап итә.
Клиенттар араһында иң популяр сәскәләр булып раузалар ҡала, сөнки универсаль һәм күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙың яратҡан гөлө. Заказ биргән үҫемлектәр араһынан орхидеялар һәм хризантемалар ҙа айырылып тора. Ә ҡатын-ҡыҙҙар байрамында – ләлә сәскәләре.
Лилита Бисарина гөлләмәләрҙе ҡарау серҙәре менән уртаҡлашты:
– Вазаға ҡуйыр алдынан сәскә һабаҡтарын дөрөҫ әҙерләү мөһим: киҫелгән урынын яңыртып киҫергә кәрәк. Һауыт – иркен, һыу етерлек күләмдә булһын, һыуҙы көн һайын алмаштырырға һәм һабаҡтарҙы киҫеп торорға кәрәк. Сәскәләрҙе һалҡын бинала, йылытыу приборҙарынан һәм емештәрҙән, ҡояш нурынан алыҫтараҡ урынлаштырыу яҡшыраҡ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: гөлләмә бында һәм хәҙер хис-тойғоларҙы, иғтибар-ҙы символлаштыра, шуға күрә улар яңы саҡта ләззәт алығыҙ, һулыған сәскә-ләрҙе һаҡламағыҙ.
Лилита ир-егеттәргә гөлләмәне һыу-һыҙ оҙаҡ тотмаҫҡа, эҫенән йәиһә һалҡындан яҡшы һаҡларға кәңәш итә.
Байрам алдынан “Family Flowers” салоны ассортиментына традицион гөлләмәләр генә түгел, үҙенсәлекле өҫтәмәләр ҙә инә: йомшаҡ уйынсыҡтар, һауа шарҙары, бүлмә үҫемлектәре. Бейеү һәм музыка элементтары менән байрам кәйефен булдырырға теләүселәргә шулай уҡ айыу костюмын ҡуртымға алырға була. Композицияны емеш-еләк кәрзиндәре, торт, шоколад, эсемлектәр һәм башҡа тәм-томдар менән тулыландырырға мөмкин.
“Family Flowers” салоны Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Совет урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан (“КБ” магазины бинаһында). Гөлләмәләрҙе WhatsАpp/ Telegram/ Max мессенджерҙарында 8-963-035-59-53/ 8-909-353-66-01 телефоны буйынса заказ биреп алырға була.
“Бәйләнештә” селтәрендә төркөм