Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март , 13:50

Башҡортостанда юл фажиғәһенә осраған Гөлназ Асаеваның хәле билдәле булды

Башҡортостанда юл фажиғәһенә осраған билдәле йырсы Гөлназ Асаева төрлө имгәнеүҙәр алған. Был хаҡта «Башинформ»ға йырсының концерт директоры Вадим Фәтхинуров хәбәр итте.

Башҡортостанда юл фажиғәһенә осраған Гөлназ Асаеваның хәле билдәле булды
Башҡортостанда юл фажиғәһенә осраған Гөлназ Асаеваның хәле билдәле булды

«Һауа шарттары ҡатмарлы ине, беҙҙең водитель, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаршы юл һыҙатына сыҡты. Гөлназ Асаеваны һәм командабыҙҙың башҡа ағзаларын шунда уҡ яҡындағы дауаханаға илттек. Зыян күреүселәрҙең береһенең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Гөлназ һәм уның бейеүсеһе төрлө имгәнеү алған, уларҙы тиҙҙән дауахананан сығарырға тейештәр», – тип һөйләне Вадим Фәтхинуров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 28 февралдә көндөҙ Бәләбәй районында булған. Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы трассаһының 14-се саҡрымында ике сит ил автомобиле бәрелешкән.

Юл фажиғәһендә дүрт кеше зыян күргән. Вадим Фәтхинуров һүҙҙәренсә, ошо көндәрҙәге концерттар башҡа даталарға күсерелгән.

Фото: Вадим Фәтхинуров / социаль селтәрҙәр

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/law/2026-03-02/bash-ortostanda-yul-fazhi-en-osra-an-g-lnaz-asaevany-h-le-bild-le-buldy-4598252 

Автор: