Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль , 14:20

Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса комиссия ултырышы

Мәсетле районы хакимиәтендә дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев рәйеслегендә дин, мәғариф, мәҙәниәт, хоҡуҡ һаҡлау өлкәләре вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм йәмәғәт ойошмалары рәйестәре йыйылды.

Дәүләт-конфессия  мөнәсәбәттәре буйынса комиссия ултырышы
Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса комиссия ултырышы

Көн тәртибенә бер нисә мәсьәлә сығарылды. Республикала һәм район биләмәһендә дини хәл һәм дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре, шулай уҡ милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге оператив хәл тураһында комиссия рәйесе Илнур Вәлиев һөйләне.
Районда 29 мәсет эшләй, уларҙың 17-һе ғибәҙәт йорто булараҡ төҙөлгән, ә 12-һе мәсет өсөн яраҡлаштырылған. 2025 йылда Бурансы ауылында мәсет асылды, ә Ләмәҙтамаҡ һәм Әләгәҙ ауылдарында мәсет төҙөү эштәре дауам итә. Шулай уҡ Айыпта мәсет яңыртыла.
Дин әһелдәре хәрбиҙәргә арналған автоуҙышты асыу, Хәрби хеҙмәткә саҡырылыу-сылар көнө, “Тыуған усаҡты һаҡлаусылар” фольклор байрамы, мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн һабантуй кеүек мөһим йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашты.
Райондың дини тормошонда 2025 йылда православие динен тотоусыларҙың Христос Раштыуаһын билдәләүе, Мәҙәниәт һарайында “Александр Невский” казак клубы тәрбиәләнеүселәренең “Изге төн” спектаклен күрһәтеүе, шулай уҡ “Һәр йортҡа – Раштыуа” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү саралары мөһим ваҡиғаға әүерелде.
30 мартта диндарҙар Рамаҙан айының тамамланыуын һәм Ураҙа байрамын билдәләне. Мартта “Йомарт Рамаҙан” проекты буйынса хәйриә ифтары ойошторолдо, Оло Ыҡтамаҡ ауылында мосолман мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Унда балаларҙы тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәре һәм илһөйәрлек темалары күтәрелде.
Пасха байрамында, 19-20 апрелдә, православие дине вәкилдәре “Өс изге” сиркәүендә ғибәҙәт ҡылдылар. Байрам саралары шулай уҡ Әләгәҙ һәм Түбәнге Бобин ауылдарында ойошторолдо.
Июндә мәсеттәрҙә Ҡорбан ғәйетенә йыйылдылар. Район мөхтәсибәте был ваҡиға уңайынан балалар байрамы ойошторҙо.
Йәштәр үҙәге, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре балаларға һәм йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү буйынса даими рәүештә саралар уҙғара. Милли-мәҙәни үҙәктәр һәм “Александр Невский” казак клубы этник-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өҫтөндә әүҙем эшләй.
Райондағы милләт-ара һәм конфессия-ара мәсьәләләр буйынса саралар тураһында район хакимиәтенең рәсми сайты, социаль селтәрҙәре, “Мәсетле тормошо” гәзите һәм “Урал” телестудияһы тапшырыуҙары аша белергә мөмкин.
Илнур Вәлиев дини китаптарҙың иҫәбен алып барыу өсөн журнал асырға кәрәклеген һәм дини символдарҙы урынлаштырыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ комиссияның 2026 йылға эш планын тикшерҙе.
Дин әһелдәре үҙ ойошмаларының эшмәкәрлеге, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, шулай уҡ дини белем биреүҙең һәм йәмәғәтселек менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне.
“Өс изге” сиркәүе архимандриты Арсений дин әһелдәренең МХО яугирҙарына ярҙам итеү өсөн 97 мең һум аҡса йыйыуын билдәләне. Казактар окоп шәмдәре эшләй.
Башҡортостан Республикаһының Төньяҡ-Көнсығыш ахуны Азамат хәҙрәт Вәлиев 2025 йылда Оло Ыҡтамаҡта төҙөлә башлаған рухи-дини белем биреү үҙәген һалыуҙа ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт белдерҙе.
Былтыр Азамат хәҙрәт Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты имамдары менән берлектә ике тапҡыр МХО зонаһына барҙы. Шулай уҡ Донбасста патриарх миссияһында ҡатнашты. Ул киләсәктә кадрҙарға ҡытлыҡ булмаһын өсөн биләмә башлыҡтарын йәш имамдарҙы тәҡдим итергә саҡырҙы.
Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең енәйәтте тикшереү бүлеге начальнигы, полиция майоры Илсур Әбдрәхимов халыҡ иғтибарын мутлашыуҙың яңы схемаларына йүнәлтте. Уның һүҙҙәренсә, енәйәтселәр йышыраҡ үҙҙәрен “Энергосбыт” йәиһә почта хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра, шунан һуң конфиденциаль кодты әйтеүҙәрен һорай. “Бындай шылтыратыуҙар – мутлашыуҙың асыҡ билдәһе”, – тип билдәләне хоҡуҡ һаҡлау органы вәкиле.
Илсур Әбдрәхимов телефон аша шәхси мәғлүмәт йәиһә код һораған теләһә ниндәй үтенескә иғтибарлы булырға, йәмәғәт урындарында шикле әйберҙәргә иғтибар итергә, ауылдарҙа таныш булмаған кешеләр осрағанда һаҡ булырға саҡырҙы, төрлө шикле хәлдәр йәиһә кешеләр тураһында шунда уҡ полицияға хәбәр итеүҙәрен һораны.
Шулай уҡ 2026 йылда Рамаҙан айына әҙерлек тураһында фекер алыштылар. Ул 18 февралдә башлана һәм 19 мартҡа тиклем дауам итә. Рамаҙан айы район мәсеттәрендә Ураҙа байрамы менән тамамлана.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәм милли, дини традицияларға булышлыҡ буйынса сараларҙы дауам итергә ҡарар ителде.
Айгөл ШАРАПОВА,
Мәсетле районында дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса комиссия секретары.

Автор: