Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль , 16:10

Тотош китапҡа торошло хеҙмәт юлы

Туғыҙ йыл, бер ай һәм ун һигеҙ көн – меңәрләгән совет һалдаттары һәм офицерҙарының ғүмерен өҙгән Афған һуғышы тап шунса дауам итә. 1989 йылдың 15 февралендә ул формаль рәүештә тамамлана, әммә шаңдауы ветерандар йөрәгендә әле һаман яңғырай. Мөхәмәтнур Камалов өсөн Афғанстан тарих дәреслеге битенә ингән тарихи ваҡиға ғына түгел, ә хәтерендә ныҡлы урын алған тормошоноң бер өлөшө.

Тотош китапҡа торошло хеҙмәт юлы
Тотош китапҡа торошло хеҙмәт юлы

Ул 1968 йылда Иҫке Мишәр ауылында тыуған. Дыуан-Мәсетле мәктәбен, һуңынан Благовещенда бухгалтер курстарын тамамлай. Ул осор рухында тәрбиәләнгән егет хеҙмәткә әҙер була, 1986 йылда уны Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты составында СССР Ҡораллы көстәренә саҡыралар. Ул махсус тәғәйенләнештәге сик буйы ғәскәрҙәренә тәғәйенләнә. Алты ай әҙерлек үткән йәш һалдат Амур өлкәһенең Райчихинск ҡалаһында хеҙмәт итә, бында уға кесе сержант дәрәжәһе бирелә һәм Афғанстанға ебәрелә, унда Зардеев үҙәнендә “Ярим” гарнизонына эләгә.
– Хеҙмәт итеү шарттары мине тәртипкә, сабырлыҡҡа өйрәтте һәм холоҡто сыныҡтырҙы, – тип иҫенә төшөрә Мөхәмәтнур Раһип улы. – Утҡа тотоу һәм диверсия яһау өсөн Советтар Союзы сигенә ҡорал, хәрби припастар тейәп китеп барған “душман” ҡаруандарын алтмышҡа яҡын һалдат бер нисә тапҡыр зарарһыҙландырҙыҡ. 1988 йылдың ғинуарында бер хәрби операция барышында алты “душман”ды әсирлеккә алдыҡ, бының өсөн хәрби наградаға тәҡдим иттеләр.
Афған ерендә гарнизонды көсәйтер өсөн ебәрелгән һалдаттар араһында райондаштарымды осраттым: “Гөлхана” гарнизонында – Ринат Ғафаровты, “Ярим” гарнизонында – Ринат Яҡупов менән Алик Миниязовты. Фронттағы дуҫлыҡ әле лә дауам итә. 2012 йылда, интернет булдырылғас, мин бер заставала хеҙмәт иткән егеттәрҙе таптым. Хеҙмәттәштәремдең ҡайһы берҙәре миңә Санкт-Петербург, Екатеринбург һәм башҡа ҡалаларҙан ҡунаҡҡа килә. Яҡташтар менән бәйләнеш тотабыҙ һәм Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыу көнөн йыл һайын билдәләйбеҙ.
Афғанстанда 1988 йылдың апреленә тиклем хеҙмәт итә. Уның хеҙмәте “Рәхмәтле Афғанстан халҡынан”, “СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл”, “Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 20 йыл” миҙалдары менән билдәләнгән.
Өйөнә ҡайтҡас, Мөхәмәтнур Камалов Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1993-1994 йылдарҙа БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозда баш иҡтисадсы булып эшләй, һуңынан һалым полицияһында һәм Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә. 2000 йылдарҙа “Рәсәй ауыл хужалығы банкы”ның төбәк-ара филиалында хәүефһеҙлек хеҙмәтен етәкләй.
Әле Мөхәмәтнур Камалов хаҡлы ялда, ул МХО ирекмәндәренә әүҙем ярҙам итә. Ҡатыны Олеся Таһирйән ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләй: улы Нурсолтан Өфөлә медицина университетының икенсе курсында уҡый, ҡыҙы Нуриса Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында бишенсе курста белем ала.
Өс йыл элек Мөхәмәтнур Камалов үҙенең “Афғанстан көндәлегенән” тигән китабын сығарҙы.
– Үҙем менән булған һәм тирә-яғымдағы ваҡиғаларҙы ентекләп яҙыу өсөн көндәлек алып бара башланым. Ул ваҡытта иҫән ҡалыуға ышаныс аҙ ине. Минең менән берәй хәл була ҡалһа, бындағы ысынбарлыҡты, нисек йәшәгәнебеҙҙе һәм һуғышҡаныбыҙҙы белһендәр өсөн был яҙмаларҙы туғандарыма тапшырыуҙарын һораным. Ә инде хеҙмәт ваҡыты тамамланғас, был хаҡта халыҡҡа еткерергә, һуғыш тураһында дөрөҫөн һөйләргә теләгем тыуҙы. Китап итеп сығарғас, уны полкташтарыма уҡырға бирҙем. Уларҙың яҡшы баһалағандары өсөн шатмын, – ти ветеран.
Совет ғәскәрҙәрҙен Афғанстандан сығарыу көнө уңайынан Мөхәмәтнур Камалов яугир-интернационалистарға мөрәжәғәт итә:
– Ошо утлы юлдар аша үткән дуҫтарыма ихлас күңелдән һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм оҙон ғүмер теләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең сафтар ҙа һирәгәйә. Үткәндәрҙе иҫтә тотоу һәм бергә булыу мөһим.

Һүрәттә: Мөхәмәтнур Камалов (уртала) хеҙмәттәштәре менән 

Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: