Ошо программа буйынса Йонос һәм Әбдрәхим ауылдарында зыяраттар ҡоймалары яңыртылды, Йонос мәктәбенең тәҙрәләре алмаштырылды, Айып клубына капиталь ремонт яһалды, Тайыш ауылының Зәки Вәлиди урамында юл япмаһы ремонтланды, Әбдрәхимдә балалар өсөн уйын майҙансығы һатып алынды һәм ҡуйылды, янғын һүндереү машинаһы булдырылды.
Йонос ауылында егәрле һәм маҡсатлы халыҡ йәшәй. Урындағы мәктәптә дүрт ауылдан балалар уҡый, уҡыусыларҙы ташыу ойошторолған.
2026 йылда халыҡ йәнә “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. Был юлы “Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Йонос ауылы мәктәбе бинаһының фасадын ремонтлау” проекты менән сығыш яһанылар. Әлеге этапта инициаторҙар төркөмө рәйесе – мәктәп директоры, Йонос ауыл Советы депутаты Миләүшә Фәттәхова, ауыл активы, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары, Йонос ауылы халҡы тарафынан ҙур эш алып барыла: йыйылыш, был программала ҡатнашыу өсөн ауыл халҡының фекерен белеү маҡсатында анкета тултырыу, мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарыла. Бөтә эш киң мәғлүмәт сараларында, ауыл биләмәһе хакимиәте сайтында, мәктәптең һәм инициаторҙар төркөмө ағзаларының социаль селтәрҙәрендә яҡтыртыла.
Проекттың дөйөм хаҡы 1,2 миллион һум самаһы тәшкил итә. Конкурста еңгән һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса бүлеүгә ғариза ыңғай баһа алған осраҡта, ауыл халҡы һәм бағыусылар өҫтәп аҡса йыясаҡ.