Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2025, 09:45

Радий Хәбиров Ватан Геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды

9 декабрҙә, Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Ошо иҫтәлекле көндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус операция барышында юғары исемгә лайыҡ булған республика хәрби хеҙмәткәрҙәренең, ил Геройҙарының ҡаһарманлыҡтарын иҫкә төшөрҙө.

Радий Хәбиров Ватан Геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды
Радий Хәбиров Ватан Геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды

«Башҡортостан – Геройҙар, еребеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап, үҙ-үҙен аямаған, ҡайһы саҡта ғүмерен фиҙа ҡылған көслө рухлы яугирҙәрҙең ере. Тарихыбыҙ дауамында шулай булды, бөгөн дә шулай. Уларҙың һәр береһе алдында түбәнсеек менән баш эйәбеҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның тарихы быуаттар төпкөлөнә, атап әйткәндә, 18 быуаттың икенсе яртыһына барып тоташа. Екатерина II указы менән Изге Георгий Победоносец ордены булдырыла. Ул ваҡытта юғары хәрби награда менән алышта ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән офицерҙар, генералдар бүләкләнә.

Батыр яҡташтарыбыҙ хаҡында тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре / Вк

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/svo/2025-12-09/radiy-h-birov-vatan-geroy-aryn-h-rm-tl-p-i-k-aldy-4499156 

Автор: