Башҡортостанда мәктәптәрҙә йәки театрҙарҙа алкоголһеҙ энергетиктар һатҡан өсөн 250 мең һумға тиклем штраф һалына. Дәүләт Йыйылышы депутаттары көҙгө сессияның йомғаҡлау ултырышында республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына тейешле үҙгәрештәрҙе ҡарарға йыйына.
Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, республиканың белем биреү һәм медицина учреждениеларында, мәҙәниәт, физик культура һәм спорт ойошмаларында энергетиктар һатыу тыйыла. Хәҙер хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата санкциялар индерелә башлай.
Граждандарға — 3-4 мең, вазифа биләгәндәргә — 30-40 мең,ойошмаларға — 150 меңдән 200 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ҡабаттан боҙған өсөн штраф күберәк: граждандарға — 4- 5 мең, вазифа биләгәндәргә— 40-50 мең, ойошмаларға — 200 меңдән 250 мең һумғаса.
Константин Толкачёв асыҡлауынса, тыйыу махсус өҫтәлгән стимуляторлы эсемлектәргә генә ҡағыла. Тәбиғи продукттар сикләүҙәргә эләкмәй.
«Тонусты күтәреүсе компоненттар сифатында кофеин һәм гуарана, женьшень, лимонник кеүек үҫемлектәрҙең экстракттары ҡулланыла. Был критерийҙар Таможня союзы һәм ГОСТ-тың техник регламентында аныҡ яҙылған. Ә тәбиғи эсемлектәр – ҡымыҙға һәм квасҡа килгәндә, улар алкоголһеҙ энергетиктарға ҡарамай. Уларҙа кофеин йәки энергетик үҫемлектәрҙең экстракттары юҡ. Шуға күрә сикләүҙәр һаулыҡҡа зыянлы булған «химик» энергетиктарға ғына ҡағыла», — тине Константин Толкачев.
Фото: Башинформ» / архив