Ольга Камалетдинова 1985 йылда Дыуан районының Сальевка ауылында тыуған. Ҙур ғаиләнең нимә икәнен бала саҡтан яҡшы белә. Ул дүрт бала араһында иң өлкәне була, ҡустыһы һәм ике һеңлеһе менән бергә үҫә. Атаһы газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсе, ә әсәһе һауынсы булып эшләй. Мәктәпте тамамлағандан һуң ҡыҙ Златоуст ҡалаһындағы 4-се һөнәрселек училищеһына “Ашнаҡсы-кондитер” һөнәре буйынса уҡырға инә һәм уны 2003 йылда тамамлай.
Әләгәҙ ауылынан буласаҡ тормош юлдашы Эдвард Әкрәм улы менән улар 20 йыл элек дуҫтар компанияһында ял иткәндә таныша. Йәштәр бер-береһен оҡшатып йөрөй һәм өйләнешә. Камалетдиновтар Мәсетле районында төпләнә. Өс йылдан өлкән ҡыҙҙары Кристина тыуа, ул хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курста уҡый, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған. Кристинанан һуң Камалетдиновтар ғаиләһендә бер-бер артлы тағы ла туғыҙ бала донъяға килә: Руслан унынсы класта уҡый; Лиза – һигеҙенселә, ул уҡыу алдынғыһы һәм “Беренселәр хәрәкәте” лидеры; Элина – етенсе класта, шулай уҡ “Беренселәр хәрәкәте” ағзаһы; Радик киләһе йылда башланғыс класты тамамлай; ә Данил – икенсе класты; Максим менән Артур өйҙә уҡый. Ғаиләлә иң кеселәре – йәш ярымлыҡ Милена һәм яңы тыуған Әминә.
Бөтә балалар ҙа уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Улар мәктәп олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша, спорт ярыштарында уңышлы сығыш яһай, призлы урындар яулай, шулай уҡ төрлө мәктәп һәм район конкурстарында даими ҡатнаша. Былтыр өлкән ҡыҙҙары Кристина проектын Мәскәүҙә уңышлы яҡлай. Ольга Александровна үҙе лә балаларҙан ҡалышмай. Ул бөтә ата-әсәләр йыйылыштарына йөрөй, шулай уҡ балалары уҡыған кластарҙың ата-әсәләр комитеттарында тора.
Бындай ҙур ғаиләне тәьмин итеү өсөн Эдвард Әкрәм улы Екатеринбургта вахта ысулы менән һаҡсы булып эшләй. Бөтә йорт мәшәҡәттәре һәм балалар тәрбиәләү өй хужабикәһе Ольга Александровнаның иңендә ята. Туҡтауһыҙ мәшәҡәттәргә ҡарамаҫтан, ижад өсөн ваҡыт таба, уға балаларын да йәлеп итә. Күп балалы әсә алмаз мозаикаһы һәм һандар буйынса картиналар төшөрөү менән мауыға. Берлектәге тырышлыҡ менән башҡарылған был эштәр өй стеналарын биҙәй. Бынан тыш, бүләк-гөлләмәләр бәйләй һәм эшләй.
– Мин бала саҡтан ҙур ғаиләгә күнеккәнмен – өләсәйем ун бала тәрбиәләп үҫтерҙе, шуға күрә минең ике туған ағай-эне һәм апай-һеңлеләрем күп. Балаларымды ҡарауҙа ҡыйынлыҡтар күрмәйем – барыһы ла үҙ яйы менән бара. Һәр балама бер тигеҙ иғтибар бүлергә тырышам. Ҡайһы саҡ балаларымдың, йәш айырмаһына һәм уларҙың һанына ҡарамаҫтан, дуҫ булыуҙарына хайран ҡалалар. Ә минеңсә, иң мөһиме – уларҙа үҙ-ара аңлашыу, үҙаллылыҡ, һәм айырыуса, бер-береңә һәм өлкәндәргә хөрмәт тәрбиәләү. Ҙур ғаиләм менән ғорурланам. Был – минең тормошомдағы төп ҡаҙанышым, – тип һөйләй ҡатын.
2017 йылда Ольга Александровна “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды.
Камалетдиновтар ысын байлыҡтың донъя малында түгел, ә мөхәббәт, үҙ-ара ихтирам һәм дуҫлыҡта булыуына ышана.
“Ҙур ғаиләм менән ғорурланам”, – ти Ольга Александровна
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.