Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2025, 09:25

Башҡортостанда 30 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйған.

Башҡортостанда 30 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды
Башҡортостанда 30 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Башҡортостанда 30 күп балалы ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, бүләкләнеүселәр араһында Әбйәлил, Архангел, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Мишкә, Тәтешле, Өфө, Хәйбулла райондарынан, шулай уҡ Сибайҙан һәм Өфө ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы Башҡортостанда 1998 йылда булдырылды. Был награда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
 
Автор: