Миңьямал Ғәли ҡыҙының бала сағы ауыр ваҡытҡа тура килә. Ғаиләлә дүрт бала була, ата-әсәһе колхозда эшләй: атаһы – механизатор, ә әсәһе төрлө эштәр башҡара. Тыуған ауылында дүрт класс һәм Оло Ҡыҙылбай ауылында тағы ике класс тамамлауына Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә уҡыған саҡта атаһын фронтҡа алалар, Кесе Ҡыҙылбай ауылында “Һабансы” колхозында эшләгән әсәһе балаларын яңғыҙ күтәрә. Ағаһы Басим Аҡа мәктәбендә уҡый, ә ҡалған кесе балалар йорт хужалығын алып бара.
Миңьямал Ғәли ҡыҙы һуғыштан ҡайтҡан атаһын ҡаршыларға йүгергән мәлен яҡшы хәтерләй. Аслыҡ һәм мохтажлыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы зарланмай, барыһын да Еңеү өсөн эшләй.
1949 йылда, урта белем тураһында аттестат алып, ул әхирәттәре менән бергә педагогия институтына уҡырға инеү өсөн Өфөгә юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып китә, әммә беренсе курстан һуң, ғаиләләге финанс ауырлыҡтар арҡаһында, ауылға ҡайтырға тура килә.
Тиҙҙән ул район уҡытыусылар конференцияһында танышҡан Риза Сафинға кейәүгә сыға. Улар бергә Мәләкәҫ ауылына күсеп килә, унда уҡытыусы булып эшләй башлайҙар. 1952 йылда ҡыҙҙары Гөлсәсәк тыуа, ә бер йылдан, Оло Ҡыҙылбай ауылына күсеп килгәндән һуң, улдары Рикза донъяға ауаз һала.
Миңьямал Ғәли ҡыҙы уҡытыуҙан тыш, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша: колхозға ярҙам итә, агитатор булып эшләй, үҙешмәкәр сәнғәттә сығыш яһай. Ике бала әсәһе ире кәңәше буйынса Мәсәғүт педагогия училищеһының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломы менән Оло Ҡыҙылбай ете йыллыҡ мәктәбендә эшләүен дауам итә. Йәш педагог мауығып эшләй, балаларҙы ҡыҙыҡһындыра белә, класта һәр ваҡыт тәртип була. Миңьямал Ғәли ҡыҙы хеҙмәттәштәре менән эш тәжрибәһен теләп уртаҡлаша. Тиҙҙән кесе ҡыҙҙары Миләүшә тыуа.
1963 йылда ире Оло Ыҡтамаҡ ауылына КПСС район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы итеп күсерелә, ә Миңьямал Сафина район балалар баҡсаһына эшкә урынлаша, унда 55 йәшенә тиклем эшләп пенсияға сыға.
– Һөнәрем буйынса тәрбиәсе булмағанлыҡтан, балалар баҡсаһына эшкә килгәс бик борсолдом. Миңә мөдир Екатерина Павловна ҙур ярҙам күрһәтте. Ул һәр ваҡыт: “Борсолма, бында барыһы ла мәктәптәге кеүек”, – тине. Ҡаты, әммә ғәҙел етәксе миндә ышаныс уятты. Уның ихтирам итеүен тойҙом, иҫ киткес кеше ине. Ул саҡтағы балалар баҡсаһы хәҙергенән ныҡ айырыла: бәҙрәф урамда булды, һыуҙы колонканан ташыныҡ. Аш-һыу бүлмәһе һәм кер йыуыу бүлмәһе айырым бинала урынлашҡанлыҡтан, кейем һәм ризыҡты үҙебеҙгә ташырға тура килде. Бина мейес менән йылытылды, утынды үҙебеҙ бысып, ярып ала инек. Балалар уйнаған һәм йоҡлаған бүлмә берәү: йыйылмалы карауаттарҙы йәйеп, түшәк кәрәк-ярағын түшәйбеҙ, ә йоҡлағандан һуң барыһын да кире йыябыҙ. Хәҙер, әлбиттә, балалар баҡсалары бөтөнләй икенсе, уңайлы һәм заманса, – ти ул.
Ире менән ныҡлы һәм татыу ғаилә ҡоралар. Ҡыҙы Гөлсәсәктең хәтирәләре буйынса, ата-әсәһе 50 йылдан ашыу мөхәббәт һәм татыулыҡта ғәҙел, намыҫлы йәшәй. Улар йорт һала, балаларға белем алырға ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Риза Хажитархан улы 2004 йылда вафат була.
Миңьямал Ғәли ҡыҙының балалары Гөлсәсәк, Рикза һәм Миләүшә ата-әсәһенең эшен дауам итә, педагогик юл һайлай. Уларҙың барыһы ла белем ала. Гөлсәсәк Риза ҡыҙы, педагогия университетын тамамлағас, үҙенең хеҙмәт юлын Әләгәҙ мәктәбендә башлай. Унда ете йыл эшләй, һуңынан КПСС район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы була, ул тарҡалғандан һуң лицейҙа уҡыта. Рикза Риза улы ла үҙен уҡытыуға бағышлай, һуңынан Каменный ҡасабаһында ауыл советы рәйесе була. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, Дүртөйлөлә йәшәй. Миләүшә Риза ҡыҙы “Светлячок” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Миңьямал Сафина оҙон ғүмерҙең серен әүҙем йәшәү рәүешендә күрә. Ул бер ҡасан да бер урында ултырмай: көндөҙ мәктәптә эшләй, кискеһен ғаиләһен һәм малын ҡарай. Ял итергә бер минуты ла ҡалмай, төндә бәйләргә, сигергә өлгөрә.
– Бер ваҡыт төшөмдә имамды күрҙем, ул мине оҙон һәм бәхетле тормош көткәнен, әммә бының өсөн күп эшләргә кәрәклеген әйтте. Шуға күрә мин нимәгәлер тотонһам, һәр ваҡыт яҡшыраҡ булырға тырыштым, – ти оло йәштәге ҡатын.
Хәҙер Миңьямал Ғәли ҡыҙы Оло Ыҡтамаҡта яратҡан ғаиләһе хәстәрлегендә йәшәй. Уның 6 ейән-ейәнсәре һәм 8 бүлә-бүләсәре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ейәне Эльдар махсус хәрби операция барышында һәләк була. Ейәндәре өләсәһен ярата һәм унан өлгө ала. Оло йәшендә лә ул эшһеҙ ултырмаҫҡа тырыша: йорт һәм хужалыҡта ярҙам итә. Бынан тыш, илдең, төбәктең һәм райондың сәйәси тормошо менән ҡыҙыҡһына, көн һайын гәзиттәр уҡый, телевидение аша яңылыҡтар ҡарай.
Өлгәшкән уңыштары өсөн бер нисә тапҡыр мәғариф бүлеге һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты почет грамоталары менән бүләкләнә. Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығының һәм Башҡортостан хеҙмәткәрҙәр профсоюзы өлкә комитетының почет грамоталарына, “1941 –1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн”, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50, 65, 70 йыл”, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан маҡтаулы хеҙмәте өсөн” юбилей миҙалдарына, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була.
Миңьямал Сафинаның ҡаҙаныштары хаҡында күп һанлы наградалар ғына һөйләмәй. Хөрмәтле педагог һәм әсәнең төп ҡаҙанышы – ул тәрбиәләгән быуындар, ныҡлы ғаилә, яҡташтарының һөйөүе һәм хөрмәте.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.