Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2025, 15:10

Башҡортостан халҡына киҙеүҙән нисек һаҡланырға

Көҙҙөң һалҡын көндәренә нисек бирешмәҫкә, коронавирустың яңы штамы нимә менән янай һәм киҙеүгә ҡаршы прививканы ҡасан яһатыу яҡшыраҡ

Башҡортостан халҡына киҙеүҙән нисек һаҡланырға
Башҡортостан халҡына киҙеүҙән нисек һаҡланырға

Киҙеүҙең «ҡыҙыу осоро» ҡасан көтөлә?
Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләүселәр һаны арта. «Роспотребнадзор»ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙна эсендә йүткереүселәр һәм сөскөрөүселәр 19,8 процентҡа артҡан. Әммә, табиптар хәбәр итеүенсә, дөйөм алғанда хәл тотороҡло, халыҡ араһында сирҙең дөйөм кимәле түбән булып ҡала килә.
Табиптар киҫкен респиратор вирус инфекцияларының, шул иҫәптән грипп һәм коронавирус осраҡтарының артыуы сентябрь аҙағы – октябрь башында буласаҡ, тип фаразлай. Был – йыл һайын күҙәтелгән миҙгелле күренеш. Ул каникулдан һуң балаларҙың мәктәпкә барыуы, отпускынан өлкәндәрҙең эшкә сығыуы менән бәйле. Ҙур коллективтарҙа вирустарға «ҡорбан» табыу, бер кешенән икенсеһенә таралыу күпкә еңелерәк. Өҫтәүенә көндәр һалҡыная, иммунитет кәмей, бындай шарттарҙа сир эләктереү күпкә тиҙерәк.

Быйыл ниндәй грипп таралыр?
Әлеге ваҡытта тымаулау сәбәпле табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр араһында грипп менән сирләүселәр юҡ тиерлек, ул өҫтөнлөк итмәй. Башҡа төрлө киҫкен респиратор вирус инфекциялар (ОРВИ) тыуҙырыусылар – риновирустар, аденовирустар, RS-вирустар һ.б. әүҙемләшә. Әммә тынысланырға ярамай, сөнки киҙеү бер ҡайҙа ла китмәне, ул беҙҙә даими йәшәй. Был эпидемия миҙгелендә республикала «иҫке таныштар» – гонконг штамы (H3N2), сусҡа (H1N1) һәм В төркөмө киҙеүе таралыр тип көтөлә. Был штамдарҙың барыһы ла яҡшы билдәле һәм улар грипҡа ҡаршы вакциналар составына индерелгән.

Коронавирустың яңы штамы барлыҡҡа килде
Коронавирус та юҡҡа сыҡманы, әммә агрессивлығы бер аҙ кәмене.
– Яңы коронавирус инфекцияһы миҙгел реестрына индерелгән, шуға күрә киң күләмле сикләүҙәр, мотлаҡ рәүештә битлектә йөрөү планлаштырылмай, – тине ««Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Шакирова.
Белгестәр әйтеүенсә, быйыл көҙ беҙҙә «Стратус» тип аталған яңы коронавирус штамының таралыуы фаразлана. Ул тиҙ йоғоуы һәм таралыуы менән айырылып тора, әммә элеккеләренән айырмалы рәүештә, ныҡ ауыр эҙемтәләргә килтермәй. Бәхеткә күрә, «Стратус» еңел үткәрелә, шуға күрә махсус иҫкәртеү саралары талап ителмәй. Яңы штамдың симптомдары ғәҙәти һалҡын тейеүгә һәм COVID-19-ҙың башҡа варианттарына оҡшаш: температура күтәрелә, өшөтә, ҡоро йүткереү, баш ауыртыу, эс китеү, мускулдар-ҙың һыҙлауы күҙәтелә. «Стра-тус»тың үҙенә генә хас үҙенсәлекле билдәһе лә бар – тауыш үҙгәрә, һөҙөмтәлә кеше шыбырлап йәки сыйылдап ҡына һөйләшә ала.

Ваҡытында прививка яһатыу яҡшыраҡ
Хәл тотороҡло булыуға ҡарамаҫтан, киҙеү миҙгеленә әҙер булырға кәрәк. Айырыуса оло йәштәгеләр, иммунитеты ҡаҡшағандар, хроник сирҙәрҙән яфаланған кешеләр, йөклө ҡатындар һаҡлыҡ күрһәтергә тейеш. Грипп тәү сиратта өҙлөгөү менән хәүефле, шуға күрә үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнергә ярамай, ваҡытты һуҙмағыҙ, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Киҙеүҙән һәм уның арҡаһында өҙлөгөүҙәрҙән һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы булып вакцинация һанала. Табиптар билдәләүенсә, сентябрь – прививка яһатыу өсөн иң ҡулай осор. Антиматдәләрҙең барлыҡҡа килеүе ике-өс аҙна дауам итә, тимәк, сирҙең иң ҡыҙыу осорона һеҙ тулы һаҡ менән аяҡ баҫасаҡһығыҙ.
Быйыл Башҡортостанда 2,5 миллион кешегә, шул иҫәптән 667 мең балаға киҙеүҙән прививка яһау күҙаллана. Дауаханаларға «Сови-грипп», «Флю-М», «Ультрикс Квадри» вакциналарының тәүге партиялары алынған. Бушлай прививка-ларҙы йәшәү урыны буйынса поликлиникаларҙа йәки вакцинация пункттарында, шулай уҡ эш йәки уҡыу урынында яһайҙар. Тәү сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараусыларға – балаларға, йөклө ҡатындарға һәм хроник сирле 60 йәштән өлкәндәргә прививка яһала.
– Процедураға алдан яҙылырға саҡырабыҙ, әммә уға тиклем табипҡа күренеү мотлаҡ, – тип билдәләне БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Альбина Танһыҡҡужина.

Балалар һирәгерәк сирләй башланы
Табиптар мәктәптәрҙә үткәргән вакцинация бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Башҡортостанда балалар араһында грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекциялар менән сирләү күрһәткесе уртаса Рәсәй кимәленән түбәнерәк.
– 2024 йылда балаларҙың 38 проценты сир йоҡторҙо, был тотош ил буйынса ҡарағанда 25 процентҡа кәмерәк, – ти «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Шакирова. – Ваҡытында вакцинация үткәреү һәм айырым урындарҙа карантин иғлан итеү ыңғай һөҙөмтә бирә. Элек февралдә мәктәптәрҙе тулыһынса ябырға тура килә ине, хәҙер иһә сикләү саралары айырым кластар өсөн генә индерелә.

Белеп ҡуй
Прививка тураһында өс мөһим һорау

1. Вакцинация ни өсөн кәрәк?
Ул – киҙеүҙән һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Прививка иммунитет булдыра, сир йоҡтороу, дауаханаға һалыу һәм өҙлөгөүҙәр һанын кәметә. Кешеләр күберәк прививка яһаған һайын, вирустың таралыуы ла аҙыраҡ була.
2. Прививка яһатһам, грипп менән ауырыйыммы?
Ихтималлыҡ бар. Әммә был осраҡта вирус һеҙҙе аяҡтан йығып һалып ҡуймаясаҡ, ауырыуҙы еңел, өҙлөгөүҙәрһеҙ үткәрерһегеҙ. Вакцина киҙеүҙең ҡатмарлы эҙемтәләренә юл ҡуймай һәм үлем осраҡтарын бөтөнләй юҡҡа сығара.
3. Вакцинанан грипп йоҡторорға мөмкинме?
Мөмкин түгел. Әгәр хәлһеҙлек күҙәтелһә йәки температура бер аҙ күтәрелһә, был иммун системаһының прививкаға тәбиғи реакцияһы тип һанала.

Автор: