Алып барыусы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың күрһәткән ҡаһарманлығы тураһында һөйләне. Йәштәр хәрби бурыс, Ватан мәнфәғәтендә хеҙмәт итеү һәм төрлө һуғыш йылдарында һалдаттарыбыҙҙың батырлығы тураһында тыңланы. Рәсәй халҡы Тыуған иленең патриоты булды һәм булып ҡала.
Шулай уҡ алып барыусы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында һөйләне. Ысын геройҙар эргәлә йәшәй, ысын патриотҡа һәм рәсәйлегә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм Ватанға һөйөү сифаттары хас. Сарала “Александр Невский” казак хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Уларҙың етәкселәре Ирина Исаева клубтың эше, ҡаҙаныштары, тәрбиә һәм уҡыу эштәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Мәсетле шифаханаһында ата-әсәләре менән ял иткән балалар клубта тәрбиәләнеүсенең автоматты һүтеп йыйыуын күҙәтте, төрлө һорауҙар бирҙе.
“Ватанды һаҡлаусылар” йәмәғәт фонды филиалының социаль координаторы Лилиә Орлова ҡунаҡтарҙы геройҙарҙың әсәләре менән таныштырҙы. Ул балаларға фондтың эше тураһында һөйләне, ә әсәләр улдары тураһында хәтирәләргә бирелде.
Табын артында ҡунаҡтар һөйләүселәрҙе тулҡынланып тыңланы, әңгәмәләште, армия тураһында викторина һорауҙарына яуап бирҙе, видеороликтар ҡараны, илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙарын иҫкә алдылар.
Зилиә ВӘЛИЕВА, үҙәк моделле балалар китапханаһы мөдире.