Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2025, 15:30

Пилотһыҙ осоу аппараты хаҡында мәғлүмәт таратһаң, яуап бирәсәкһең

Кисә яңы указға ҡул ҡуйылды.

Пилотһыҙ осоу аппараты хаҡында мәғлүмәт таратһаң, яуап бирәсәкһең
Пилотһыҙ осоу аппараты хаҡында мәғлүмәт таратһаң, яуап бирәсәкһең

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу һәм уның эҙемтәләре тураһында мәғлүмәтте асыу мөмкинлеген биргән фотоһүрәттәрҙе, видеоматериалдарҙы киң мәғлүмәт сараларында, интернетта, социаль селтәрҙәрҙә, шулай уҡ башҡа майҙансыҡтарҙа таратыуҙы тыйыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле документ Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәттәр рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡты.

Указда билдәләнеүенсә, пилотһыҙ осоу аппаратының тибын, уның урынлашыу, осоу, төшөү ерен, осоу траекторияһын, һөжүм итеү урынын (объектын), объекттарға зыян килтереү дәлилен, ватылыу кимәлен асыҡлау мөмкинлеген биргән бөтә мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарыу тыйыла.

Бынан тыш, пилотһыҙ һауа судноларына ҡаршы сараларҙы, шул иҫәптән республика биләмәһендәге һауа һөжүменә ҡаршы оборона һәм радиоэлектрон алыш сараларын, ҡулланыу, уның эҙемтәләре хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе таратыу тыйыла.

Ошо әйтелгәндәрҙе боҙған осраҡта, административ штраф һалынасаҡ: граждандарға – өс мең һумдан алып биш мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – 10 мең һумдан 30 мең һумға ҡәҙәр; ойошмаларға – 100 мең һумдан 500 мең һумға тиклем.

Билдәле булыуынса, 13 сентябрҙә самолет тибындағы пилотһыҙ осоу аппараттары Өфөләге нефть эшкәртеү предприятиеһына һөжүм итте. Ҡазаланған кеше юҡ, эш дауам итә. Шулай ҙа тынысланырға иртә, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Республикала террорлыҡ хәүефенә ҡаршы тороу эше көсәйтеләсәк.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор: