Тыныслыҡ, бары тик тыныслыҡ
Беренсе сентябрь – бала өсөн дә, ата-әсә өсөн дә байрам ғына түгел, тормоштағы мөһим этап, шулай уҡ ҙур көсөргәнеш. Был осраҡта өлкәндәргә үҙҙәрен ҡулға алырға һәм китап геройының һүҙҙәрен иҫкә төшөрөргә кәрәк: «Тыныслыҡ, бары тик тыныслыҡ!» Ғаиләлә тыныс мөхит булдырырға, баланы һәм үҙеңде ыңғай тулҡынға көйләргә кәрәк. Дуҫтарығыҙ, олатай-өләсәйҙәр ҡатнашлығында күңелле осрашыу, ҡунаҡ табыны ойоштороғоҙ, унда үҙегеҙҙең мәктәп йылдарына бәйле матур хәтирәләрҙе яңыртығыҙ, моғайын, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар күп булғандыр. Ауырлыҡтар тураһында ла һөйләргә ҡурҡмағыҙ, буласаҡ уҡыусы ниндәй мәшәҡәттәр менән осрашыу ихтималлығын, уларҙы нисек еңеп сығыу мөмкинлеген аңлар.
Билдәле балалар психологы Катерина Мурашова билдәләүенсә, беренсе класта бала бер ыңғай өс төрлө көсөргәнеш кисерә. Беренсеһе – иммунологик. Ул ҙур коллективҡа эләгә һәм төрлө вирустар менән осраша, уларҙы еңеп сығырға кәрәк. Икенсеһе – социаль. Был осраҡта бала йәмғиәттә үҙ урынын эҙләй, яңы шарттарға яраҡлаша. Өсөнсөһө – уҡыу көсөргәнеше. Бында һүҙ уҡырға, яҙырға өйрәнеү тураһында түгел, ә бер урында 45 минут ултырыу, нимәлер әйтергә теләһәң, ҡулыңды күтәрергә өйрәнеү, уҡытыусының һорауҙарына яуап биреү кәрәклеге хаҡында бара.
Шуға күрә сабыйҙа стресҡа ҡаршы сыҙамлылыҡты үҫтереү, үҙеңдең шик-шөбһәләрең, борсолоуҙарың менән хәлде киҫкенләштермәү мөһим. Көсөргәнеште еңеп сығыуҙың иң яҡшы ысулы – мәктәп уйыны уйнау: яңы балалар менән танышыу, үҙең тураһында һөйләү, тирә-яҡ мөхит менән ҡыҙыҡһыныу.
Бала баҡсаға йөрөмәһә, нимә эшләргә?
Кескәй кеше балалар баҡсаһына йөрөһә, тиҫтерҙәре менән аралашып өйрәнһә, мәктәптә үҙен ышаныслыраҡ тоя, сөнки ул йәштәштәре менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һала белә, педагогтың иҫкәрмәләрен тыңлай һәм ҡабул итә, заданиеларҙы үтәй ала. Вирустарға ҡаршы тороу һәләте бер нисә тапҡырға арта.
Өйөнән сығып өйрәнмәгән бәләкәскә нимә эшләргә? Был осраҡта мәктәптә әҙерлек курстары үтеү яҡшы буласаҡ. Төрлө йәштәге балалар үҫкән ғаиләләр менән аралашығыҙ. Бала Ер йөҙөндә берҙән-бер түгеллеген, тирә-яҡтағыларҙың да үҙ теләктәре һәм ихтыяждары булыуын аңларға тейеш.
Беренсе уҡытыусыны һайлауға етди ҡарағыҙ. Өй шарттарында ғына тәрбиәләнгән балалар тәнҡитте, бигерәк тә бойороп һөйләшеүҙе ҡабул итә алмай. Улар ҡурҡып, үҙ-үҙенә бикләнә, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы юғалыуы ихтимал. Балаға ни өсөн уҡытыусының ҡайһы бер осраҡта асыуланыуын, кемделер шелтәләүен аңлатыу мөһим. Уҡыусы уҡытыусының үҙен шәхес булараҡ түгел, мәҫәлән, ниндәйҙер мәсьәләне дөрөҫ эшләмәгән өсөн тәнҡитләүен аңларға тейеш.
Беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләренә
нимә эшләргә ярамай?
Беренсенән, баланы үҫеш курстары, түңәрәктәр һәм секциялар менән артыҡ мәшәҡәтләмәгеҙ. Уның ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, буш ваҡыт ҡалдырығыҙ. Мәктәпкә барған бәләкәй кешегә уҡыуҙан һуң ял да кәрәк. Аҙнаһына ике-өс күнекмә етә.
Балаға яраҡлашыу еңелерәк булыр тип уйлап, беренсе класс программаһын алдан үтмәгеҙ. Бындай әҙерлек уҡыуға мотивацияны кәметә, дәрестәр уға күңелһеҙ һәм ҡыҙыҡһыҙ буласаҡ.
Баланың һәр аҙымын контролдә тотмағыҙ, уның өсөн үҙегеҙ эшләмәгеҙ. Кескәй кешегә үҫергә ҡамасауламағыҙ! Ул рюкзагын үҙе йыя, ручка һәм дәфтәрҙәрҙе теүәлләй, өй эшен башҡара ала. Әгәр үҙе һораһа, ярҙам итергә әҙер булығыҙ, кәрәк саҡта һәр ваҡыт һеҙгә иҫәп тота алыуын аңлатығыҙ.
«Мәктәптә уҡытыусы һинең ыңғайыңа булмаясаҡ!» тип ҡурҡытмағыҙ. Бының менән һеҙ уға бары тик борсолоу өҫтәйһегеҙ һәм уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын кәметәһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла һәйбәт, еңел һәм күңелле буласаҡ, тип әйтергә лә ярамай. Ул мәктәптең күңел асыу урыны түгеллеген аңлағандан һуң төшөнкөлөккә бирелеүе бар.
Балаға көн тәртибен яйға һалырға ярҙам итегеҙ
«Роспотребнадзор» белгестәре билдәләүенсә, дөрөҫ көн режимы, йоҡо, тейешенсә туҡланыу – уңышлы уҡыуҙың мөһим өлөшө. Был айырыуса беренсе класс уҡыусыларына ҡағыла, сөнки улар яңы график менән беренсе тапҡыр осраша, яңы йөкләмәләргә күнегә. Көн тәртибе уларҙың һаулыҡ торошона ла йоғонто яһай.
Бала йыуынып, иртәнге ашты ашап, физзарядка эшләп өлгөрһөн өсөн 1 сентябргә тиклем уны иртәнсәк ваҡытында уянырға өйрәтегеҙ. Бындай әҙерлек уҡыуҙың тәүге көндәрендә арығанлыҡты бөтөрөргә ярҙам итәсәк.
Мәктәп уҡыусыһының дөрөҫ туҡланыуын, уҡыуҙан һуң ял итеүен, саф һауала етерлек йөрөүен күҙ уңында тотоғоҙ. Шулай уҡ баланы үҙ ваҡытын дөрөҫ файҙаланырға өйрәтеү мөһим. Был оҫталыҡ уға уҡыуҙа ғына түгел, өлкән йәштә лә ярҙам итәсәк, тәртип һәм яуаплылыҡ формалаштырасаҡ.
Фото: Валерий Шахов