Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2025, 14:35

Сик буйындағы төбәктәрҙә яраланған яугирҙәренә реабилитация өсөн аҡса түләнә

Башҡортостан хөкүмәтенең тейешле ҡарары республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.    

Сик буйындағы төбәктәрҙә яраланған яугирҙәренә реабилитация өсөн аҡса түләнә
Сик буйындағы төбәктәрҙә яраланған яугирҙәренә реабилитация өсөн аҡса түләнә

Документта әйтелгәнсә, хәҙер Рәсәйҙең сик буйындағы төбәктәрендә яраланған Башҡортостан яугирҙәре реабилитация үтергә хоҡуҡлы.

Атап әйткәндә, Башҡортостанда даими йәшәгән һәм Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон, Запорожье өлкәләре, Украина биләмәләрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға бәйле, шулай уҡ Рәсәйҙең МХО барған райондарға яҡын урынлашҡан субъекттары территорияларында ҡораллы провокация барышында имгәнгән (контузия, йәрәхәт, яраланған йәки сирләгән) МХО яугирҙәре сертификаттар менән тәьмин ителә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда 2024 йылдан өлкән инвалидтарға, шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашыусыларға социаль, медицина һәм профессиональ реабилитацияға бушлай сертификаттар бирелә. Бындай сертификаттың күләме - 52,5 мең һум

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге эшләй.

Фото: Ленара Иванованың телеграм-каналы

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/svo/2025-08-06/sik-buyy-t-b-kt-rend-yaralan-an-respublika-yaugir-ren-reabilitatsiya-s-n-a-sa-t-l-n-4339720 

Автор: