Хеҙмәт стажым 20 йылдан ашты. Бер урында эшләйем. Хеҙмәткәр “Хеҙмәт ветераны” таныҡлығының кемдәргә бирелеүе тураһында яҙһағыҙ ине.
Ф. МӨНИРОВА,
Өфө ҡалаһы”.
– СССР йәки Рәсәй ордендары, миҙалдары, юғары исемдәре, Президент грамоталары йәки Рәхмәте, ведомство наградаларына лайыҡ булғандарға “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 20, ир-егеттәр өсөн 25 йыл страховка стажы йәки пенсия өсөн кәрәкле хеҙмәт йылдары кәрәк.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бәлиғ булмаған килеш эшләгән ирҙәрҙең – 40, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 35 йыл стажы булыуы зарур.
Исемде юллау өсөн Күп функциялы үҙәк офисында, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ғариза биреп була. Түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:
Яуапты көтөү ваҡыты – 30 көн. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша биргәнһегеҙ икән, 15 көндән һуң яуап бирәсәктәр.
Автор фотоһы.