+1 °С
Болотло
Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, Канзастан Вашингтонға осҡан пассажир самолеты Black Hawk хәрби вертолеты менән бәрелешкән. American Airlines авиакомпанияһы рейсы бортында – 60 пассажир һәм 4 экипаж ағзаһы, вертолетта 3 хәрби булған. Борт Рональда Рейган аэропорты янындағы Потомак йылғаһына ҡолап төшкән.
Фажиғә лайнер аэропортҡа төшөргә бер нисә минут ҡалғас теркәлгән. Ҡотҡарыу операцияһына һалҡын һауа торошо һәм һыуҙың температураһы түбән булыуы ҡамасаулай. Йылғала 19 кешенең кәүҙәһе табылған.