“Беҙ үҙ Ватаныбыҙға хыянат итмәйбеҙ” (“Мы СВОю Родину не предаем”) тип аталған был сараны республиканың атҡаҙанған артисы, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайы депутаты Рәмил Бәҙәмшин төбәк Хөкүмәте ярҙамында ойошторған. Быйылғы йыл, билдәле булыуынса, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде, ошо концерт был йүнәлештәге ярҙам сараларының береһе булып тора.
– Беҙҙең егеттәр алғы һыҙыҡта уларға алдына ҡуйылған хәрби бурысты лайыҡлы башҡара, бик күптәр дәүләт наградалары менән бүләкләнгән, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. – Башҡортостан – беҙҙең армия өсөн ышаныслы тыл ул. Яугирҙәргә тыуған ерҙәренән ҙур күләмдә һәм даими рәүештә гуманитар конвойҙар бара.
Вице-премьер ҙур ойоштороу эше башғарған өсөн Рәмил Бәҙәмшинға рәхмәтле булыуын белдерҙе һәм уға республика Хөкүмәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Артабан Ирек Хәйривәри улы тамашасылар алдында “Зинһар өсөн, ҡайтығыҙ” йыры менән сығыш яһаны.
Махсус хәрби операция инвалидтарын һәм ветерандарын социаль яҡлау буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге хәйриә фонды исеменән МХО зонаһындағы яугирҙәргә әүҙем ярҙам күрһәткәндәр Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Миңнәхмәт Ғәйнетдиновтың баянда өҙҙөрөп уйнауы, йәш артистарҙың сығыштары алҡыштарға күмелде. Алиса Спиридонова ире МХО-ла саҡта уны һағынып ижад иткән йырын ялға ҡайтҡан тормош иптәше Володя менән бергәләп башҡарҙы. Ә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарынан торған “Йәшел береттар” ансамбленең афған һуғышы ҡаһармандарына арналған “Төштәремә инә ҡәһәр һуғыш, төштәремә инә Кандагар” тип аталған йырын залда тыныс күңел менән тыңлаған кеше ҡалмағандыр.
Сара аҙағында Рәмил Бәҙәмшин был акцияны ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа рәхмәтен еткерҙе.
– Мин махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып яугирҙәргә нисек тә булһа ярҙам итергә тырышам, – тине Рәмил Бәҙәмшин. – Алғы һыҙыҡта сығыш яһарға барам, гуманитар оҙатыуҙа ҡатнашам. Тәүҙә беҙҙең егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында ҙур концерт менән сығыш яһарға ла теләк бар ине, артабан икенсе төрлө уйлаштыҡ – ә ниңә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы уларҙың ижади номерҙары менән йыймаҫҡа әле? Йыр уларға ярҙам итә, алғы һыҙыҡта булғанда күңелдәрен йыуата, шуға улар концертта ҡатнашырға ла теләп риза булды. Бер тапҡыр “Башҡортостан” полкы командиры улар өсөн йыр яҙыуҙы һораны. Мин заказға дежур йырҙар яҙа белмәйем һәм яратмайым да. Шуға күрә миңә дүрт тапҡыр позицияларға барырға, яугирҙәр менән аралашырға тура килде, артабан эске йөкмәткегә бай йыр тыуҙы. Унда нисек йәшәгәндәрен ишетеп кенә белмәйем һәм ошо хаҡтағы был мәғлүмәтте халыҡҡа ғәҙел рәүештә еткерергә тырышам, шул иҫәптән – ижадым аша ла. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге хәйриә фонды махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам ойоштороу өсөн шәп ысул тип иҫәпләйем.
Концерт тамамланыр алдынан иғлан итеүҙәренсә, был хәйриә акцияһы һөҙөмтәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярты миллион һумға яҡын аҡса йыйылған.
Автор фотоһы.