Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар , 15:05

Яңы йыл – яңы закондар

1 ғинуарҙан ниндәй үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде 2025 йылда Рәсәй граждандарын әсәлек капиталын һәм эшләүсе пенсионерҙар өсөн пенсияларҙы индексациялау, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен һәм йәшәү минимумын арттырыу, һалымдарҙың артыуы, балаларға вейп һатҡан өсөн енәйәт яуаплылығы, күсемһеҙ милеккә бүләк итеүҙе нотариуста мотлаҡ раҫлау көтә. Был – яңылыҡтарҙың бер өлөшө генә. Улар хаҡында ентекләберәк һөйләйбеҙ.

Яңы йыл – яңы закондар
Яңы йыл – яңы закондар

Йәшәү минимумы, минималь эш хаҡы күләме һәм әсәлек капиталы
Социаль түләүҙәр иҫәпләү өсөн кәрәкле йәшәү минимумы күләме артасаҡ. Ул йән башына уртаса 15782 һум тәшкил итәсәк. Эшкә һәләтле граждандар өсөн –17202 һум, пенсионерҙарға – 13573 һум, балаларға – 15309 һум.
Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 22440 һумға тиклем артыуы көтөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр төбәк үҙ минимумын билдәләй, һәм ул, ҡағиҙә булараҡ, федераль кимәлдән юғарыраҡ. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен дә яңыса иҫәпләйҙәр – медиан эш хаҡынан. Ул ошо дәүмәлдән 48 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Әсәлек капиталын беренсе балаға – 676398 һумға тиклем, икенсе һәм артабанғыларына 893835 һумға тиклем арттыралар. Индексация 7,3 процент тәшкил итәсәк. Ғәҙәттә был 1 февралдән күҙәтелә. Әсәлек капиталының ҡалған өлөшө лә индексациялана: әгәр бер өлөшө тотонолған икән, ҡалған өлөшө лә 7,3 процентҡа арта.

Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсиялары индексациялана
Федераль бюджеттың 2025 – 2027 йылдарға проектында страховка пенсияларын түләү өсөн 11 триллион һум аҡса һалынған. Ошо сумманан 700 миллиард һумы уларҙы индексациялауға йүнәлтелә, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Финанс министрлығы.
Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың 1 ғинуарынан эшләп йөрөгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарға пенсия инфляция кимәлендә индексациялана. Иҡтисад министрлығы уны 7,3% кимәлендә булыр тип көтә. Эшләмәгән пенсионерҙарҙың ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме яҡынса 24 мең һум тәшкил итергә тейеш.

Вейп һатҡан өсөн суд янай
Дәүләт Думаһы балаларға вейп һәм тәмәке продукцияһы һатҡан өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан тәҡдим ителгән яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында закон ҡабул итте. Беренсенән, административ штрафтар бер нисә тапҡырға арта: физик берәмектәр өсөн – 300 мең һумға тиклем, юридик берәмектәр өсөн – 2 миллион һумға ҡәҙәр.
Балиғ булмағандарға составында никотин булған продукцияны ҡабаттан һатҡанда енәйәт яуаплылығы янай – бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре тәғәйенләүҙәре ихтимал.
Бынан тыш, 1 марттан республикала алкоголде төнгө һатыуҙы тыйыу тураһында закон үҙ көсөнә инә. Төндә торлаҡ зонаһында алкоголде ресторандар ғына һата ала. Бар, кафе һәм буфеттар бындай мөмкинлектән мәхрүм ителә.

Торлаҡты мутлашыусыларҙан һаҡлау
Дәүләт Думаһы Башҡортостан парламенты индергән күсемһеҙ милекте бүләк итеү килешеүҙәре тураһында законды ҡабул итте. Хәҙер уларҙы нотариаль раҫлау мотлаҡ. Закон граждандарҙан торлаҡты тартып алыу буйынса мутлашыу схемаларына кәртә ҡуя.
Әлегә тиклем бүләк итеү килешеүе буйынса күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты ябайлаштырылған тәртиптә Күп функциялы үҙәктә рәсмиләштерергә мөмкин ине. Уңайлы булыуға ҡарамаҫтан, был бигерәк тә яңғыҙҙарға, ололарға һәм менталь проблемалары йәки бәйлелеге булған кешеләргә хәүеф тыуҙырҙы.
Шулай уҡ 1 марттан граждандар ҡулланыусылар кредиттары алыуға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үҙҙәренә тыйыу индерә ала. Ә 1 сентябрҙән Күп функциялы үҙәктең бөтә бүлексәләрендә лә быны эшләп була.

Һалымдарҙы арттырыу
1 ғинуарҙан физик шәхестәр килеменә һалымдың (НДФЛ) баҫҡыслы шкалаһы индерелә. 13 процент ставка йылына 2,4 миллион һумға тиклем эш хаҡы алғандар өсөн генә буласаҡ. Йыллыҡ килеме 2,4 миллиондан 5 миллион һумға тиклем булғанда НДФЛ 15 процент, 5-тән 20 миллионға тиклем – 18 процент, 20-нән 50 миллионға тиклем 20 процент тәшкил итәсәк, 50 миллион һумдан артып китһә – 22 процент.
Премиялар ҙа, торлаҡты ҡуртымға биреүҙән алынған табыш та, лотереяла отҡан отош та иҫәпкә алына. НДФЛ ставкаһына йоғонто яһамай: инвестициянан килем, вкладтар буйынса проценттар, акциялар буйынса дивидендтар, облигациялар буйынса купондар, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һәм күсемһеҙ милекте һатыуҙан килемдәр, страховка компаниялары һәм пенсия фондтарынан түләүҙәр.
“Берҙәм Рәсәй – Башҡортостан” гәзите.

 

Автор: