▫ Конькиҙар үлсәм буйынса һайланырға тейеш – ул аяҡты ҡыҫып торорға йәки артыҡ ҙур булырға тейеш түгел.
▫ Конькиҙың йылыһын йәки йылы ойоҡбаш менән кейерлеген һайлағыҙ.
▫ Конькиҙың бауҙарын мөмкин тиклем нығыраҡ бәйләргә кәрәк.
▫ Йылы, еңел һәм иркен кейем кейегеҙ, шулай уҡ бирсәткә йәки бейәләй онотмағыҙ.
▫ 12 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәр менән бергә генә шыуырға тейеш.
▫ Әгәр боҙҙа ышанысһыҙ шыуһағыҙ, һаҡланыу саралары – шлем, терһәкте, тубыҡты һаҡларлыҡ әйберҙәр ҡулланығыҙ.
▫ ️ Боҙға киҫкен хәрәкәт эшләмәй генә бортҡа тотоноп сығығыҙ.
▫ Ҙур тиҙлектә шыумағыҙ һәм башҡа кешеләр менән дистанция һаҡлағыҙ.
▫ Йығылһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк торорға тырышығыҙ. Әгәр тора алмаһағыҙ, ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ.❌ Һырғалаҡта нимә эшләргә ярамай?
⚪ Йүгерергә, һикерергә, этешергә, сүп-сар ташларға
⚪ Боҙҙағы кешеләр ағымына ҡаршы шыуырға
⚪ Боҙҙо боҙорға: уны коньки йәки башҡа әйберҙәр менән соҡорға, теләһә ниндәй әйберҙәр ташларға, шыйыҡса ҡойорға, ниндәй ҙә булһа матдәләр һибергә
⚪ Боҙға хайуандар менән сығырға
⚪ Шартлағыс һәм еңел янып китә торған матдәләр (шул иҫәптән пиротехника) ҡулланырға
⚪ Тәмәке тартырға һәм иҫерек килеш килергә.
https://vk.com/wall-210976796_3435
https://ok.ru/anlatabiz102/topic/156511218394052
https://t.me/anlatabiz102/4700