Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь , 10:30

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле трассаларҙа хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына — ҡар яуыуға, буран сығыуға, боҙлауыҡ булыуға бәйле йөк машиналары һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт ябылды.

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле трассаларҙа хәрәкәт сикләнде
Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле трассаларҙа хәрәкәт сикләнде

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, түбәндәге юл участкаларында сикләү индерелде:

  • Бәләбәй – Приют һәм Бәләбәй – Ермолкин (Бәләбәй районы);
  • Аксенов – Аксаков – Бәләбәй (Бәләбәй һәм Әлшәй райондары);
  • Стәрлетамаҡ – Федоровка һәм Мәләүез – Федоровка (Федоровка районы).

Сикләү 17 декабргә иртәнге 10-ға тиклем ғәмәлдә ҡала.

Бынан алдараҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәрткәйне.

Автор: