Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Волга буйы федераль округы субъекттарының Дәүләт власы закондар сығарыу органдары ассоциацияһы ултырышында ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө. Сара 6 декабрҙә Мордовияла үтте. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләр округ төбәктәрендәге демографик хәл, шулай уҡ тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән саралар булды.
«Әлеге ваҡытта Волга буйы федераль округында 430 меңдән ашыу күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамын тулыһынса файҙаланыу өсөн аңлатыу эштәрен алып барырға кәрәк», – тине Игорь Комаров.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 10 йылда Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны 27,4% (59 меңгә тиклем) артҡан. Уларҙың һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында – беренсе, илдә етенсе урында тора. Хәҙер тыуым кимәле мең кешегә 8,9 тәшкил итә, был күрһәткес беҙҙә ил (8,7) һәм округ (8,2) буйынса уртаса алғанда юғарыраҡ.
2024 йылда Башҡортостанда ишле ғаиләләр ниндәй ярҙам алырға хоҡуҡлы – тулыраҡ бында.