Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2024, 15:00

Республикала яугирҙәрҙең ғаиләләренә бушлай һөт ризыҡтары бирелә

Башҡортостанда республика властары ҡарары буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм кескәй балалары өсөн бушлай һөт ризыҡтары бирелә башланы. «Һөт кухняһы» дәүләт автономиялы учреждениеһының социаль ярҙам бүлеге етәксеһе Татьяна Балашова хәбәр итеүенсә, беҙҙә 3 йәшкә тиклемге балалары булған меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ льготаға хоҡуҡлы. Льготаны республика бюджеты түләй.

Республикала яугирҙәрҙең ғаиләләренә бушлай һөт ризыҡтары бирелә
Республикала яугирҙәрҙең ғаиләләренә бушлай һөт ризыҡтары бирелә

«Йәш тә дүрт айлыҡ улым өсөн һөт, йогурт һәм бутҡа алабыҙ. Продукция тәмле, хатта беренсе класта уҡыған ҡыҙым өсөн һатып алам. Был транспорт һалымынан азат итеү кеүек реаль ярҙам булып тора. Поликлиникала табипҡа сиратһыҙ инеү хоҡуғынан да файҙалана башланым. Ике бала менән был бик уңайлы»,  — ти  Өфө Лилиә. Уның тормош иптәше 2022 йылдан башлап махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

2022 йылдың көҙөнән «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алыуға хоҡуҡлылар исемлеге киңәйтелде. Ғаиләнең килем кимәле иҫәпкә алынмай. Льгота юллау өсөн педиатрҙан һәм хәрби комиссариаттан белешмә талап ителә. Лилиә әйтәүенсә, уларҙы алыуҙа ҡыйынлыҡтар юҡ, барыһын да Дәүләт хеҙмәттәре аша рәсмиләштерергә мөмкин.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн льготалар исемлегендә йәмғеһе 30-ға яҡын сара иҫәпләнә, уларҙың күбеһе балаларға ҡағыла.

Фото

Автор: