«Әсәгә сабыйының тейешенсә үҫешмәүен нисек аңларға? Был йәһәттән уға «Әсә көндәлеге» ярҙамға килә. Быны баланың үҫешен баһалау анкетаһы тип әйтергә була», — тине Татьяна Һәүбәнова.
Ай һайын анкета һорауҙарына яуап биреп, әсә балаһының үҫешендә кәмселектәр бармы, юҡмы икәнен белә ала. Төп маҡсат — баланың үҫешендәге проблемаларҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Әсә көндәлеге» ҡушымтаһын рус һәм башҡорт телдәрендә әҙерләй. Мобиль ҡушымтанан тыш, уның ҡағыҙ версияһы ла бар.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 20 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә уларҙың һаны 750 меңгә етеп килә.
Фото:Валерий Шахов