Донъя кимәлендәге вуз-ара кампус резиденттарының берлектәге эше юғары технологиялы проекттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә. Өфө фән һәм технологиялар университетының Технологиялар трансферы үҙәге Өфө дәүләт нефть техник университетының стартап-студияһына үҙенсәлекле уйлап табыу өсөн патентҡа заявка биреүҙә ярҙам күрһәтте.
Был ҡатнашма төҙөлөш объекттарын һәм бәләкәй архитектура формаларын баҫыу өсөн тәғәйенләнгән. Һыуыҡҡа сыҙамлылыҡтың һәйбәт күрһәткестәре, аналогтарҙан ҡалышмаған ныҡлыҡ һәм арзан хаҡ Өфө ҡатышмаһының үҙенсәлектәре булып тора, тип билдәләй программаны әҙерләүселәр. Индустриаль партнерҙар - «Аркон Констракшн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Өфө гипс компанияһы.
Был башланғыс Өфө кампусы резиденттары араһындағы тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булды һәм уның миссияһын – инновацияларҙы тиҙләтеү өсөн ресурстарҙы һәм экспертизаны берләштереүҙе асыҡ һүрәтләй.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Технологиялар трансферы үҙәге ҡеүәтле белем һәм белгестәр базаһына эйә. Уның хеҙмәткәрҙәре араһында ике патент вәкиле иҫәпләнә, ә төбәктә бөтәһе ошондай 17 белгес бар.
Үҙәк «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығынан ярҙам алған 38 ғилми һәм белем биреү ойошмаһы иҫәбенә инә. Был инфраструктураны артабан үҫтереүгә һәм ғалимдар, эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыуға булышлыҡ итә.
Ғәҙәттә, бик күп ҡыйынлыҡтар тыуҙырған патентлау процесы кампус резиденттары өсөн хәл итерлек мәсьәлә булып тора. Хәҙер Башҡортостандың инновация эшләнмәләренең Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә танылыу яулау өсөн бөтә мөмкинлектәре бар, тип аңлатма бирә стартап-процестарҙа ҡатнашыусылар.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү РФ Президенты ҡушыуы һәм Рәсәй Юғары белем һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Өфө кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булдырылған студенттар киңлеге.
Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.