Проект етәксеһе — Башҡортостан Яҙыусылар Союзы етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов. Йыйынтыҡҡа кергән өс повесты «Шоңҡар» журналы хеҙмәткәрҙәре Рәзинә Зәйнетдинова менән Заһиҙә Мусина тәржемә иткән.
Кемел Тоҡаев ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә детектив жанрына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. Ошо йыйынтыҡҡа ингән повестарында тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең эшенә бәйле ваҡиғалар йәнле итеп һүрәтләнә. Енәйәтселәрҙе ҡулға алыу өсөн милиционерҙар төрлө аҙымдарға бара, хатта ғүмерҙәрен дә хәүеф аҫтына ҡуя. Енәйәт ҡылыусылар ҙа ябайҙан түгел – сит илдә махсус уҡытылған шымсылар.
Кисә Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың президенты Ҡасым-Жомарт Кемел улы Токаевҡа был китапты тапшырҙы. Ҡунаҡтың атаһының аяныслы яҙмышы тетрәндереүе хаҡында ла әйтте.
Автор:Инсаф Хужабирганов
Фото:Олег Яровиков