– 2022 йылдан илебеҙ ауыр һынауҙар аша үтә. Рәсәй Украинаға, уның тирәләй ҡотҡо һалған көнбайыш илдәренә ҡаршы махсус хәрби операция иғлан итергә мәжбүр булды. Башҡортостан – махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә иң ҙур өлөш индергән төбәк, тип баһаларға мөмкиндер?
– Ысынлап та, тотош Рәсәйҙең иңенә оло бурыс төштө. Ватан һағына иң беренселәрҙән булып тап республикабыҙ ир-егеттәре баҫты. Уларҙы төрлө кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү йәһәтенән гуманитар ярҙам йыйыу ойошторола башланы. Иң ҙур яуаплылыҡты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе үҙ өҫтөнә алды. Рәсәйҙәге иң тәүге ирекле батальон тап беҙҙең республиканан ебәрелде. РФ Оборона министрлығы тәьмин итеүҙән тыш, Башҡортостан Хөкүмәте һалдаттарҙы баштан-аяҡ кейендерҙе, ҡоралдан башҡа бөтә кәрәк-яраҡтарҙы ебәрҙе. Рәсәй мөфтиәте лә был эштән ситтә ҡалманы, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡушыуы буйынса хәрбиҙәргә доғалыҡтар, байраҡтар, значоктар оҙатылды. Бөтә халыҡ дәррәү берләшеп, гуманитар ылауҙар туплай, һалдатҡа кәрәкле бөтә ярҙамды ебәрергә тырыша.
Шул иҫәптән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан да әүҙем эш башҡарыла. Улар Ҡырым республикаһында, Севастополь, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында дауаланған һалдаттарға ярҙам күрһәтте. Уларҙың делегациялары госпиталдәргә барып, ҡурай моңдары менән яугирҙарыбыҙҙың рухын күтәрҙе. Ҡоролтайҙың район-ҡалаларҙа эшләп килгән бүлексәләре гуманитар ярҙам ойоштороуға тос өлөш индерә.
– Махсус хәрби операция зонаһына барыу хаҡындағы ҡарарҙы нисек ҡабул иттегеҙ?
– Махсус хәрби операция башланыуын тыныс ҡабул иттем. Тәүге айҙа егеттәр һәләк булғас, мин үҙемдең сәхифәмдә ҡайғы уртаҡлашыу белдерәм, доға ҡылам. Әммә улайтып ултырыуымдан файҙа буласаҡмы? Мин баш мөфтөйгә юлландым, махсус хәрби операция биләмәһенә, теләһә ниндәй нөктәһенә ебәрегеҙ, тип үтендем. Мөфтөй мине туҡтатты, бер аҙ көтөргә ҡушты. 2022 йылдың майында беҙҙе хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә ебәреү хаҡында бойороҡ сығарылды. Тарихҡа күҙ һалһаң, һәр ғәскәрҙә дин эшмәкәрҙәре, полк имамдары булған. Муллалар хатта һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт иткән. Беҙ егеттәргә рухи һәм психологик яҡтан ярҙам күрһәтәбеҙ. Һуғышта атеистар юҡ, тиҙәр. Унда һәр кемдең күңеле йомшара төшә. Айырыуса иптәштәре һәләк булғанын күргән егеттәр рухи яҡтан бирешергә мөмкин. Мин уларға аяттар уҡыйым, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп доғалар ҡылабыҙ. Буш ваҡытта мотлаҡ вәғәз һөйләйбеҙ, йомалар, дини байрамдар үткәрәбеҙ.
– Башҡортостан яугирҙары дошманға ҡаршы нисек көрәшә?
– Беҙҙең егеттәрҙе бар ерҙә лә хөрмәт итеп торалар. «Башкортостан? О, ваши ребята такие отважные, дружные, ловкие. Уважаем!» тиҙәр. Шул тиклем ғорурлыҡ кисерәбеҙ шундай һүҙҙәрҙе ишетеп. Яугирҙарыбыҙҙың дингә ынтылыуы ла ҡыуаныслы. Егеттәр беҙ килеү менән йыйылып китә. «Хәҙрәт, әйҙә ҡорбан салайыҡ», тип мөрәжәғәт итәләр. Ҡайҙандыр һарыҡ табалар. Сөнки беҙҙәге кеүек һарыҡ юҡ унда. Ҡорбанлыҡ эҙләп 40-50 саҡрым сығып та китәләр. Бер-береһенә шылтыраталар йә «Ахмат»тан барып алалар. Чечендарға был яҡтан еңелерәк, уларҙың һарыҡтары һәр саҡ була, сөнки улар яҡын урынлашҡан. Ә Башҡортостандан алып барып еткереүе бик ауыр. Шуға күрә Тәлғәт Тәжетдин Ростовтың һәм Луганскийҙың мөфтөйҙәренә аҡса күсереп, улар беҙгә 15 һарыҡ ебәрҙе. Ҡорбан байрамында яугирҙәр менән ҡорбан салып, доғалар ҡылдыҡ. Ҡорбандың көсө бик ҙур бит ул. Шуға күрә барығыҙ ҙа был изге ғәмәлде үтәп тороғоҙ.
Яу яланында күп йәш егеттәрҙе күрергә насип булды. Улар ағайҙары, дуҫтары артынан алғы һыҙыҡҡа килде. Бер егет, минең дуҫтарым хеҙмәт итергә китте, улар ветеран булып ҡайтасаҡ, ә мин уларҙың күҙ алдында үҙемде нисек тоторға тейешмен, ти. Мин үҙемде бында эшкинмәгән кеүек тоям. Бер яҡтан, был – ғорурлыҡ, икенсе яҡтан, беҙҙең быуындың иңенә бик ауыр бурыс төштө. Ил саҡырғанда, улар баралар, киләсәктә улар ветеран булып, МХО-да ҡатнашыусы статусында йәшәгеһе килә.
– Һалдаттарға тылдың, халыҡтың ярҙамы етәме? Был йәһәттән егеттәрҙең зарланғаны булманымы?
– Бөгөн МХО биләмәһенд һалдаттарға, тылда уларҙың ғаиләләренә бөтә төр ярҙам да күрһәтелә. Башҡортостан Башлығы хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов алғы һыҙыҡта булғанда һалдаттар уға төрлө мәсьәлә менән мөрәжәғәт итә торғайны. Кемдең йортона газ үткәрергә кәрәк, йә ҡайһыларының ата-әсәһен дауаханаға һалыумы йә документ юллау булһынмы – барыһын да ул һис һүҙһеҙ район хакимиәттәре йә тәғәйен ведомство-министрлыҡтар аша йәһәт кенә хәл итә торғайны.
Кире күренештәргә килтергән ҡайһы бер ваҡ проблемалар хаҡында әйтмәй булдыра алмайым. Мәҫәлән, ҡайһы бер егеттәргә ғаиләләренең ярҙамы, терәк-таяныс булыуы етмәй. Үкенескә күрә, әйтәйек, уларҙың ҡатындары «йәшел йылан» менән мауыға, ошо арҡала ғаиләне тарҡатҡан әшәке аҙымға бара. Был хәбәр яугирға килеп етә. Ул алғы һыҙыҡта, уның ҡулында – ҡорал. Ул хис-тойғоға бирелә, ғәрлектән үҙ ғүмерен ҡыйыр хәлгә етә. Мин әйткәнем бар, суицидҡа бармағыҙ – тамуҡҡа эләгәһегеҙ, тием. Ҡатындар бер аҙ уйланһын, ирҙәренә терәк булһын, балаларына яҡшы тәрбиә бирһен, тип кәңәш бирер инем.
Ҙур мәсьәләләргә килгәндә, бөгөн ил эсендә аңлашылмаусанлыҡтар булдырмаҫҡа кәрәк. Әгәр тыл берҙәм була икән, һалдаттарға ла махсус операция бурыстарын үтәү, Еңеү яулау еңелерәк буласаҡ.
– Ил эсендә аңлашылмаусанлыҡтар нилектән килеп сыға?
– Бөгөн илебеҙ махсус операция алып бара, ҡыҫҡаһы, һуғыш бара, ил эсендә бола ҡуптарырға тырышыу – ул көнбайыштан килгән сәйәсәт бит. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә власҡа ҡаршы кешеләр НАТО илдәренең ҡулында «ҡурсаҡ» булып ҡалды. Улар матди байлыҡҡа алданып, ил эсендә ғауға сығарып, уны көсһөҙләндереү буйынса сәйәсәт алып бара башланы. Беҙ улар менән көрәшергә тейешбеҙ. Шәхсән үҙемә кире фекер әйткәндәре булды, был минең һуғыш түгел, тип ебәрә бәғзеләр. Ошо йәһәттән тәрбиәүи эш алып барырға кәрәк. Әгәр ошо илдең мәнфәғәтен күрәһең, дауаханалары, мәктәп-вуздары менән файҙаланаһың, эшле лә, ризыҡлы ла булып йәшәйһең һәм шундай ауыр осорҙа бола ҡуптарырға тырышаһың икән, мотлаҡ закон буйынса яуап бирергә тейешһең. Ошондай боҙоҡ фекер йөрөткәндәрҙең күбеһе илдән сығып ҡасты бит инде. Исемләп атап тормайыҡ.
– Дин йәһәтенән республикабыҙ йәмғиәтендә ниндәй проблемалар күҙәтелә?
– Бөгөн республикабыҙҙың ҡайһы бер райондарында ваһһабит хәрәкәте көсәйгәндән-көсәйә. Сириялағы һуғыш, ИГИЛ теракттары нимәгә килтерҙе? Бик ҡурҡыныс. Тап шундай радикалдар донъяны болғарға маташа. Рәсәйҙә бындай кешеләр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәҙисенә ҡаршы килә һәм Ватанын һаҡларға теләмәй. Тыуған илде һөйөү һәм һаҡлау имандан, тиелә ул хәҙистә. Бөгөн беҙҙең ил ҡурҡыныс аҫтында, беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ...
Бынан алда Хәмзә Хафизов «Башинформ»ға ваһабиттарҙың эшмәкәрлек алып барыу үҙенсәлектәре һәм уларҙың ҡулына эләгеүҙең эҙемтәләре хаҡында һөйләгәйне.