-2 °С
Болотло
Ҡариҙел районында боҙ аҫтына киткән 59 йәшлек ир һәләк булған. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр иттеләр.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул, өйгә ҡайтыр юлды ҡыҫҡартыр өсөн, велосипедта Ҡариҙел йылғаһының икенсе ярына сығырға теләгән һәм юлдың уртаһында һыу аҫтына төшөп киткән.
Ошо хәлдең шаһиттары уға ярҙам итергә маташҡан: ҡотҡарыусыларҙың береһе үҙе боҙ аҫтына киткән. Уны тиҙ арала боҙло һыуҙан сығарғандар һәм дауаханаға алып барып өлгөргәндәр. Тикшереү үткәндән һуң уны ҡайтарғандар.
Әлеге ваҡытта батҡан ирҙе тапмағандар. Урында ҡотҡарыусылар эшләй.
Фото: МЧС.