Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь , 09:50

Изге эштәр беҙҙе еңеүгә яҡынайта

Махсус хәрби операция башланыу менән Мәсетле районы халҡы Ватанды һаҡлаусы яугирҙарға ныҡлап ярҙам итергә тотондо. Улар кейем тегә, йылы ойоҡбаш бәйләй һәм ил һаҡсыларын дошман күҙенән йәшереү өсөн маскировка селтәрҙәре үрә.

Изге эштәр беҙҙе еңеүгә яҡынайта
Изге эштәр беҙҙе еңеүгә яҡынайта

Оло Аҡа ауыл биләмәһендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ, бәйләйбеҙ” акцияһында ҡатнашырға саҡырыуҙы ихлас ҡабул итте. Улар йөндән йылы ойоҡбаш бәйләгән.
– Һалҡын көндәрҙә йылы йөн ойоҡбаш кәрәк, һөйөү һәм хәстәрлек менән әсәй-өләсәйҙәребеҙ бәйләгән әйберҙәр айырыуса ҡиммәтле. Миҙгел-ара һәм ҡыш көндәрендә һалдаттарҙың яҡташтарының ярҙамын тойоп, өшөмәй йылы әйберҙә йөрөүе мөһим, – тип билдәләй Оло Аҡа ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Миләүшә Хафизова.
Акцияла Рәйлә Биктимерова, Фәриҙә Хәбибуллина, Нәзирә Манапова, Людия Дауытова, Сажиҙә Ғәниева, Рәмилә Мирсәйетова, Светлана Сафина, Венера Сафина, Фәнилә Хәйруллина, Мәрйәм Ханова, Нәүирә Хәлилова, Мәр-йәм Хәпетдинова, Фәрдилә Солтанова, Мәрйәм Йомағужина һәм Миләүшә Хафизова ҡатнашты.
Иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе – Фәриҙә Хәбибуллина. Сығышы менән ул Ейәнсура районы Яңыбай ауылынан, 51 йыл элек Мәсетле егетенә кейәүгә сығып, иренең районына күсеп килә. Ул – күп балалы әсә. Ире менән балалары Фәнзиә, Илнур, Илдар һәм Алинаны тәрбиәләп үҫтергәндәр.
– Бала саҡтан бәйләргә беләм, шуға күрә акцияла ҡатнашырға ҡуш ҡуллап ризалаштым. Мин шулай уҡ окоп шәмдәрен һәм маскировка селтәрҙәрен эшләгәндә лә ситтә ҡалманым. Беҙҙең көс – берҙәмлектә, бер-беребеҙ хаҡында хәстәрлек күреүҙә. Еребеҙҙе һаҡлаусылар өсөн йыраҡтан тороп булһа ла ныҡлы терәк була алабыҙ, – тип билдәләне Фәриҙә Хәбибуллина.
Оло Аҡа ауылы клубында Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан “Еңеү – берҙәмлектә” акцияһы уҙҙы. Сара барышында ҡатнашыусылар маскировка селтәре үрҙе. Улар араһында Рәйлә Биктимерова, Фәриҙә Хәбибуллина, Нәзирә Манапова, Людия Дауытова, Сажиҙә Ғәниева, Зөләйха Хәлилова, Мәрйәм Ханова, Мәрйәм Хәпетдинова, Сәрүәр Ғибәҙуллина, Фәһимә Сибәғәтуллина, Гөлфиә Сафина, Фирҙәүес Йомаҙилова, Ғәлимә Ғиниәтова, Рәйлә Ғәбитова, Рәүзәнә Фәйзрахманова, Нуриза Ғәзизова, Гүзәл Әхәтова һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Миләүшә Хафизова менән Алина Сәфәрова, китапханасы Зөлфиә Рәхимова бар.
Район халҡының тырышлығы йәмғиәттең дөйөм маҡсат хаҡына берләшә алыуына сағыу миҫал булып тора. Һәр йылы изделие һәм һәр маскировка селтәре – илебеҙҙе һаҡлаусылар хаҡында хәстәрлек символы.
Диана АБДРАХМАНОВА.

Автор: