Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь , 12:00

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡар һәм боҙлауыҡ көтә

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 1 ноябрҙә республикала ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 0, +5 градус. 

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡар һәм боҙлауыҡ көтә
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡар һәм боҙлауыҡ көтә

Шәмбе, 2 ноябрҙә, йәнә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана. Урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы мөмкин. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура -3, +2 градус, көндөҙ +2,+7.

Синоптиктар Башҡортостанда быйылғы ноябргә лә һауа торошон фаразлағайны.

Фото:Елена Колоколова
 
Автор: