Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь , 14:45

Радий Хәбиров яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отряды ойошторорға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров госпиталдәрҙә махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам күрһәтеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отрядын ойошторорға ҡушты. Республика ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре төбәк етәксеһенә ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән. Бында һүҙ медицина ярҙамы тураһында түгел, ә яугирҙәрҙе ҡарау хаҡында бара.

Радий Хәбиров яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отряды ойошторорға ҡушты
Радий Хәбиров яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар отряды ойошторорға ҡушты

«Миңә ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, егетте госпиталгә килтерәләр. Кейеме ҡанлы, бысраҡ. Был табиптарҙың эше түгел, ә ҡарарға кәрәк. Табиптар өлгөрмәй. Беҙгә бик күп мөрәжәғәттәр килә, туғандары ла һорай. Улар өйҙә түҙеп ултыра алмай. Уларҙы отрядҡа тупларға, Оборона министрлығының баш медицина идаралығына, ЛНР хөкүмәтенә сығырға кәрәк. Оҙатыу буйынса сығымдарҙы үҙебеҙгә алабыҙ. Был дөрөҫ эш. Был тап унда барырға теләгәндәр өсөн. Бәлки, уларҙы ебәрер алдынан медицина белеме бирергәлер», — тип белдерҙе республика етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы был эште системаға һалырға, ҡатын-ҡыҙҙар отрядтарын ойошторорға ҡушты. Һуңынан улар махсус хәрби операция ветераны статусын алырға мөмкин.

Фото:Олег Яровиков
 
Автор: