Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь , 15:30

Мостай Кәримдең художество донъяһы

Мостай Кәримдең тыуыуына – 105 йыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә асыҡ хаттың авторы, махсус хәрби операция яугиры Әхтәров Фәнүр Әбүкәрәм улының яҡты иҫтәлегенә.

Мостай Кәримдең художество донъяһы
Мостай Кәримдең художество донъяһы

Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән – тыуған айымдан, –...

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле шағирыбыҙ Мостай Кәрим ағай. Бәләкәй синыфтарҙан уҡ “Өс таған”ға таянып, һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ рухында тәрбиәләнеп, хәҙер егет ҡорона еткән Фәнүр Әхтәров һеҙгә хат – инша яҙа булыр. Гүзәл Мәсетле еренән, һомғол һәм наҙлы ҡайындарҙан, ебәк таҫмалай Әй, Ыҡтан, мәктәп уҡыусыларынан Һеҙгә ҡайнар сәләмдәр күндереп ҡалам. Республикабыҙҙың суверенитет яулауына – туғыҙ йыл, һәм Һеҙҙең оло юбилей көндәренең тап килеүендә мин ҙур символик мәғәнә күрәм. Сөнки Һеҙҙең йәшәү тамырҙарығыҙ, сымылдығығыҙ – ул Башҡортостан. Шул ерҙең матурлығын, кешеләренең гүзәл эске донъяһын һаман маҡтап туя алмайһығыҙ. Башҡорт әҙәбиәтенә үҙенсәлекле матурлыҡ, олпатлыҡ биреп, уның данын донъя киңлегенә алып сыҡтығыҙ. Һеҙ беҙҙең бәйгеләрҙә сапҡан ярһыу атыбыҙ. Сағылдарҙа йәйрәп үҫкән имәнебеҙ. Өйөбөҙҙөң йәмен арттырыусыбыҙ.
Әле Һеҙҙең художестволы донъяғыҙҙы үҙемсә асырлыҡ инша планын уйлап мин көҙгө урамда йөрөйөм. Ниндәй матурлыҡ, тынлыҡ, ожмахың да кәрәк түгел. Телгә бала саҡтан күңелгә уйылып ҡалған “ерҙә шытып сыҡҡан һәр бер үлән шатландыра минең күңелде..., ҡояш ҡалҡа, алтын ерем минең алтын офоҡтарға тоташа...” тигән юлдар килә. Тирә-йүн күркәмләнеп, күңелем үҫеп киткәндәй тойола.
Аңлайым, яуыз фашисты Һеҙ “прицел аша ҡарап таныған” кеше. Тыуған еребеҙ ни тиклем Һеҙгә ғәзиз, бер ус тупрағы ла ҡәҙерле, һутлы. Ошо һөйөү геройҙарығыҙ аша беҙҙең дә күңелдәргә күсә. Айгөлдө оноторлоҡмо һуң?! Ниңә ул әсәһе менән Италияға китмәй? Күккә ашҡан Урал тауҙары, күҙ йәшендәй сылтырап аҡҡан шишмәләре, баш өҫтөндә балҡып янған ҡояшы, кеше аяғы баҫмаған ҡара урмандары, болон тулы сәскәләре – уларһыҙ, гүйә, Айгөл йәшәй алмаясаҡ.
Ошо тәбиғәт ҡосағында үҫкән ҡыҙға хатта айыу балаһы ла яҡын. Айгөлдөң тылсымлы иле әсир итерлек. Унда тик яҡшылыҡ һәм изгелек кенә йәшәй. Ә тормош ваҡлыҡтары, яуызлыҡ, нәфрәткә урын юҡ. Айгөл матур хыялдар менән йәшәй, килер мөхәббәтен көтә, идеалы күңелендә генә. Илдарҙы тап хыялдағы егет итеп ҡабул итә. Уға ышана. Ләкин ул иң кәрәк ваҡытта Айгөлдө яҡлап һүҙ әйтмәй, өндәшмәй ҡала. Айгөл, Моратшин, Ричард Галин, эш менән күңел баҫыусы тол ауыл ҡатындарының рух ныҡлығы, күңел байлығы һоҡландырғыс. Бөтә геройҙарығыҙ, Мостай Кәрим ағай, күңел түренә инеп ултыра. Драманың нисек яҙылыу тарихын белге килә. Айгөл тигән исемде тәү тапҡыр Һеҙ ҡайҙа ишеттегеҙ? Әсәйҙәрҙең һөйләүе буйынса, элек был драма яҙылғанға тиклем, беҙҙең районда бындай исем булмаған. Хәҙер һәр ауылда өс-дүрт Айгөл бар, иң олоһона 30 йәш. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең синыф ҡыҙҙарында ла шундай күркәм сифаттар бар. Үҙ-ара фекер алышалар. Мостай Кәрим беҙҙең ни уйлап йәшәүебеҙҙе ҡайҙан белә икән, тиҙәр.
Мин үҙемә бик күп фәһем алам. Кешенең ғәйебе юҡ, уны нахаҡҡа рәнйетәләр икән, уны яҡлап һүҙ әйтергә бурыслыһың. Һинең һүҙеңдән башҡаларҙың яҙмышы хәл ителһә, бигерәк тә кәрәк. Ябағаев та Илдар кеүек Йәғәфәр Моратшинды яҡлап һүҙ әйтмәй. Әйтһә, теге икәү ҙә, бәлки, уйлана төшөр ине. Үҙ йәне өсөн дер ҡалтырап тор-ған кешеләргә Һеҙҙең күңел йылығыҙ әрәм: “Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ, әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар”.
“Ғәриптәргә байрам кәрәкме?” (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”) бүлегендә ҡунаҡҡа килгән үҫмер Өммөкамал апаһын еҙнәһенең ҡамсыһынан һаҡлап алып ҡала. “Шәфҡәтһеҙлеккә төбәп мылтыҡ ата алмаһам да, илап ҡурҡыттым, – ти ул. – Еҙнәм ары боларманы. Тимәк, яуызлыҡҡа ҡаршы мылтыҡ күтәрер форсатың булмаһа, һис юҡта күҙ йәштәрең менән ат икән”.
Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!
Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:
Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға
Күтәрелде күккә ҡарағош.
“Бәғерһеҙлеккә ҡаршы тәүләп баш күтәреүем, бәлки, ошо булғандыр”... тип һығымта яһай үҫмер Кендек. Мостафа ағай, 200 йыл буйы ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшеп, батшалыҡты дер һелкеткән башҡорт батырҙарының ҡаны аҡҡан бит Һеҙҙә лә.
Батырлыҡ, рухи ныҡлыҡ, ирекле тормошҡа ынтылыу темаларына яҙылған “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” трагедияларын яратып уҡыным. Был әҫәрҙәр күп илдәрҙең сәхнәләрендә ҡуйылып, дан ҡаҙанды. Мостай Кәрим ағай, Һеҙ халҡыбыҙҙы донъя мәҙәниәте менән дә таныштыраһығыҙ, ҡыҙыҡһыныу уятаһығыҙ, рәхмәт шуның өсөн, әҙәби офоҡтарығыҙ бик киң. Һәр трагедияғыҙ үҙенсәлекле, һәр әйтелгән һөйләм тос фекерле, үҙе бер мәҡәл кеүек.
Милли батырыбыҙ Салауат әбей батшаны ла бәхәстә еңеп сыға, уны “ҡол”, тип атай. Тәне имгәтелеп, ҡыр-ҡылып, ҡурылып бөтһә лә Салауаттың рухи азатлығын бер кем дә һындыра алмай. Батыр ҡайҙа ла батыр булып ҡала: яуҙа ла, һорау алғанда ла, ике ҡулын күтәреп диңгеҙ төбөнә инеп киткәндә лә. Ә уйында һаман мәғрур Уралы, ауыр яҙмышлы халҡы, һөйөклө ҡатындары. Диңгеҙ – халыҡ хәтере, ә халыҡ хәтере мәңге тере.
Һеҙ Салауаттың батырлығын бик үҙенсәлекле итеп яҙғанһығыҙ, яралы йөрәгегеҙҙең һулҡылдауы ишетелгән кеүек. Онотманығыҙмы икән, 1989 йыл “Башҡортостан” гәзитендә “Шағир йөрәгенең йылыһы” тигән мәҡәлә баҫылған. Унда ҡалмыҡ шағиры Давид Кугультинов Һеҙҙе Салауат Юлаев менән сағыштыра: “Мостай ижадында милли һыҙаттар, бөтә тәрәнлеге, нәфислеге, бөйөклөгө менән күрһәтелә. Уны ата-әсәһенән тыш, заман, туған халҡы тыуҙырған, тип әйтәм. Ә ундай шәхестәр йыл һайын тыуып тормай. Тиҫтәләрсә йылдар, хатта быуат һуҙымы талап ителә. Бына ни өсөн мин уны Салауат менән сағыштырыр инем. Салауат үҙендә халыҡ рухын һаҡлағаны, ижадында шуны йырлағаны өсөн мәңгелек. Ниндәй ғәҙел баһа, мин шатланып та, ғорурланып та ҡуйҙым.
Прометей ҙа беҙҙең Салауатыбыҙ кеүек батыр. Ут менән кешеләрҙең тормошон еңеләйтә. Ерҙәге бәхетле тормош өсөн ҙур тән ғазаптарына дусар ителә. Был драма Һеҙгә ҙур уңыш килтерҙе. 1984 йыл “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре менән бергә Ленин премияһына лайыҡ булды. Борон-ғо донъяға мөрәжәғәт итеүегеҙҙең серен белге килә.
Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.
Мостафа ағай, үҙегеҙҙең бала саҡты һүрәтләгән повесығыҙ – минең дә, бик күп мин белгәндәрҙең дә яратҡан китабы. Оло инәй образы минең күңелемә айырыуса хуш килде. Уның ҡулдары нур сәсә. “Был ҡулдар башты һыйпау менән хәсрәттәр, сирҙәр ситкә алып ырғытыла”. Мин дә был ҡулдарҙың йылыһын тоям, кешене тынысландыра торған яғымлы тауышын ишетәм төҫлө. Кендеккә ул күпме тормош һабағы бирһә, беҙгә лә шул тиклем аҡыл, фәһем тарата, йөрәк йылыһын бирә. Донъяла йәшәүҙең тәртибен, халҡыбыҙҙың изге йолаларын, әҙәп ҡағиҙәләрен башлап күндерә.
Оло инәй – халыҡтың һоҡланғыс сифаттарын йөрөткән иң күркәм зат. Уның әйткән һүҙе, фатихаһы, холоҡ-фиғеле фәһемле һәм ҡәҙерле. Ул кешеләр яҙмышы уртаһында баҫып торған имән һымаҡ бирелә. Унан гел изгелек, иман нуры бөркөлә. Кешене кеше иткән изгелек, яҡшылыҡ, тип өйрәтә оло инәй. Тап халҡыбыҙҙың “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары кеүек, был повеста ла кешелек донъяһын борсоған бик күп фәлсәфәле һорауҙарға яуап алырға була.
Сығып осто ҡапыл бер һандуғас,
Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.
Мостай ағай, Һеҙ оло инәй-ҙе Афродитаға тиңләйһегеҙ. Ниндәй тапҡыр, хайран булырлыҡ сағыштырыу. Үҙе оло кеше, ә күңеле 17 йәшлек ҡыҙҙарҙыҡы кеүек саф, керһеҙ. Юғары мәҙәниәтле инәй йәш әсәләргә өлгө булыр кеше. Мөхәббәтте нисек нескә тоя ул! Мәрәһим менән Аҡйондоҙҙоң тәрән, ләкин үкенесле, ғазаплы һөйөүҙәрен. Улар тураһында бысраҡ һүҙ һөйләргә бер кем баҙнат итмәй, сөнки оло инәй мөхәббәт аллаһылай уларҙы ҡурсалай. Бына бер көн Кендек Мәрәһим менән Аҡйондоҙҙоң осрашыуына шаһит була, кешеләргә һөйләргә йыйына. Тәүге серен тыңлаусы кеше, бәхеткә күрә, оло инәһе була. “Балаҡайым, әҙәм ышанмаҫтай һүҙҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә. Кеше көлөр, етмәһә “ғәйбәтсе” тигән исем тағырҙар”, – тип Кендеккә лә, беҙгә лә ғүмерлек тормош һабағы бирә. Ҡайһы бер нәмәләрҙе йотоп, сер итеп тоторға кәрәк икән.
Оло инәй бөтә балаларға бәхет һәм “үҙ яртыларын” табыуҙарын теләй. Һеҙҙең һөйөүгә арналған матур әҫәрҙәрегеҙ бик күп, һөйәһегеҙ, һөйөләһегеҙ, был Һеҙҙе бик күркәмләй. Яртығыҙҙы тапҡанығыҙға бик шатбыҙ.
Яратҡан, яратылған кеше нурлы була. Мария Тереза менән Любомир Зухтың мөхәббәтенә нисек һоҡланмаҫһың. Йөрәкте өтөп ала был һөйөү уты. Ваҡиғалар һуғыш ваҡытында бара, ә Һеҙ, Мостафа ағай, кешене күктәргә күтәрә торған матур һөйөү тураһында яҙаһығыҙ. Инсафлы Мария бөтә батарея һалдаттарын тыйнаҡлығы, әҙәплелеге менән әсир итә. “Унда Кармендар, Дульсинея Тобосскаялар ҡайнарлығы бар. Нәҡ шундай-ҙар өсөн борон замандарҙа батшалар яу асҡан, батырҙар баш һалған... ” Ул өйөн гөлт иттереп, һәр саҡ ҡунаҡ көткән кешеләй йәшәй. Ысынлап та, ундай өйгә бер инеп сығыуы үҙе бер байрам.
Был үкенесле мөхәббәт ҡәһәрле һуғышҡа нәфрәт уята. Сөнки ул кешеләрҙең бәхетен урлай, яҙмыштарҙы селпәрәмә килтерә. Любомирҙың ҡәберендә фонарь һүнмәй ҡалды, ут һаман яна ине, тип бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Был ут егеттең йөрәгендәге мөхәббәт утының символы түгелме, икән тип уйлайым.
“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ғүмер миҙгелдәре”, “Ярлыҡау”, “Ауыл адвокаттары”ндағы ваҡиғаларҙы Һеҙ 60, 70 йыл буйы хәтер һандығында йөрөткәнһегеҙ. Шулай булғас, мин уларҙы аҫыл хазиналар, олпат ил ағаһының аҫыл һүҙҙәре итеп ҡабул итәм. Нисек тулҡынланмаһын уҡыусы йөрәге!
“... Поезд тәҙрәһенә ҡарап баҫҡан нәҙек оҙон һалдат үҙәк өҙгөс моңло йыр һуҙа. Һәр кешене был моң күк аҫтындағы алыҫ далаларға алып китә, ҡоштарҙы һайратҡандай була, көтөп зарыҡҡан һөйгәндәре менән ҡауыштыра. Был бит минең һөйөүем, һағыныуым тураһында. Йырҙың аҙағын мин йырсы эргәһендә баҫып тыңланым. Ул миңә иғтибар итмәне. Бойоҡ ҡарашлы, аҡһыл йөҙлө был егеттең эсе тулы хәсрәт, әллә дәрт ине. Шығырым тулы вагонда, әйтерһең, ул бер яңғыҙы...”
Шул исемһеҙ егеттең һағышы һәр кемдең бәғерен теләлер. Йыуатаһы, ниндәй хәсрәттәр кисереүен һорарға ине.
Хөрмәтле яҙыусым, күкрәктә яра, ямаулы быйма менән Мәскәү урамынан үткәндә, “Роз-Мари”. Оперетта” тигән белдереү күреп, иҫ-аҡылығыҙ китә. Бына мөғжизә. Кемгә нәмә. Ә һуғыш осоро, 1943 йыл. Һуғышҡа, ут эсенә китеп бараһығыҙ. Ә Һеҙ рухи камиллыҡҡа ынтылаһығыҙ. Бына ҡайҙа ул күңел бөйөклөгө!
Һәм холҡомдан уңдым, илертмәне
Маҡтауҙарҙың татлы икмәге.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев, Ленин премиялары лауреаты...
Күкрәгенән үҙ халҡы өсөн “ҡоштар осорған”, үҙ милләттәштәрен әҙәп-иманға, өмөтлө киләсәккә саҡырған ҙур шәхестең хеҙмәтен халҡы шулай ҙурлай. Иң киҫкен мәлдәрҙә, шағир Мостай Кәрим ни әйтер икән тип, халыҡ һеҙҙән һүҙ көтә. Ә һеҙҙең тос фекерле һүҙҙәрегеҙ халҡыбыҙға рухи аҙыҡ бирерҙәй тылсымлы көскә эйә. Сөнки һәр һүҙегеҙ йөрәк түренән, ихлас әйтелә.
“Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”, “Башҡорт халҡына яуап хаты” (24 йәшлек кенә егет булғанһығыҙ, ә баҙнат итеп төрлө йәштәрҙәге боецтар исеменән яҙғанһығыҙ), “Вәғәҙәләр бирмә” кеүек шиғырҙарығыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, һәр бер яҙыусылар съезында, мәктәпте алтын миҙалға тамамлаусылар алдында сығыштарығыҙ...
Бөгөн беҙ, инглиздәрҙең – Шекспиры, немецтарҙың – Гетеһы, рустарҙың – бөйөк Пушкины, ә беҙҙең Мостай Кәримебеҙ бар, ул беҙҙең милли әҙәбиәтебеҙҙе донъя күләменә сығарҙы, тип ғорурлыҡ менән әйтәбеҙ.
Яраларығыҙға рәхмәт, 1942 йылда уҡ алып китһәләр, Аҡйегет һәм Зөбәржәттең ҡайнар мөхәббәтенән, ап-аҡ мөғжизәнән, “Бейеш”тән, ташта үҫкән гөлдәр бәйләменән мәхрүм булыр инек...
Илаһи талантығыҙға баш эйеүсе Фәнүр Әхтәров. 27.09.1999 йыл, Йонос мәктәбе.

Автор: