Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь , 11:50

Рәсәй властары ауыл ипотекаһын һаҡлап ҡалыу өсөн 6,8 миллиард һум аҡса бүлде

Рәсәй Хөкүмәте ағымдағы йылда ауыл ипотекаһы программаһын һаҡлап ҡалыу өсөн 6,8 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә. Министрҙар кабинеты башлығы Михаил Мишустин тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был сумма бынан алдараҡ бирелгән 142 меңдән ашыу займды субсидиялау өсөн иҫәпләнгән.

Рәсәй властары ауыл ипотекаһын һаҡлап ҡалыу өсөн 6,8 миллиард һум аҡса бүлде
Рәсәй властары ауыл ипотекаһын һаҡлап ҡалыу өсөн 6,8 миллиард һум аҡса бүлде

Йорт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 5% тиклем ставка менән льготалы кредиттар программаһын дауам итеүгә 330 миллион һум самаһы бүленә. Аҡсаны электр уты, һыу һәм газ, канализация үткәреүгә, йылылыҡ менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ инженер системаларын һәм ҡыйыҡты йүнәтеүгә тотонорға мөмкин.

2020 йылдың ғинуарынан ауыл ерендә өй һатып алыу һәм төҙөү, биш ҡатлы йорттарҙан фатир һатып алыу өсөн йылына 3% менән ауыл ипотекаһы башланды. Министрҙар кабинеты мәғлүмәттәре буйынса, дүрт йылда программала 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Башҡортостанда 2020-2023 йылдарҙа 7 478 кеше ауыл ипотекаһы алған. Льготалы кредиттар күләме 16,7 миллиард һумдан ашҡан, был иһә илдә иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе, тип хәбәр иткәйне Башинформ.

Фото
 
Автор: