Рәсәй президенты указына ярашлы Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән тағы ла бер геройҙың тарихын 18 октябрҙә киске сәғәт 10-да БСТ телеканалында «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тапшырыуында ҡарарға мөмкин.
Элекке журналист, республика хөкүмәте хеҙмәткәре Павел Самойлин 2023 йылдың ноябрендә контракт буйынса Донбасҡа хеҙмәт итергә киткәйне. Быйыл апрель башында яугир мөғжизә менән генә иҫән ҡалған.
«Ҡайтыр» хәрби операция барышында дрон-камикадзе һөжүменә дусар булған. Яҡташыбыҙ ҡаты яраланған, аңын юғалтып, дүрт көн буйына емереклектәр аҫтында ятҡан. Алыш тынғас, иптәштәре яу урынына килеп, уны эвакуациялаған. Уларҙың береһе Бишбүләк егете, «Колос» позывнойлы яугир булып сыҡҡан.
Мәскәү госпиталендә оҙаҡ дауаланғандан һуң «Ҡайтыр» уҙған аҙнала өйөнә ҡайтты. Өфөнөң тимер юл вокзалында уны туғандары, дуҫтары һәм коллегалары ҡаршы алды.
Фото