Китаптағы кеүек
Буласаҡ Ватанды һаҡлаусы (исеме һәм фамилияһы хәүефһеҙлек маҡсатында күр-һәтелмәй – автор иҫкәрмәһе) Себерҙә тыуған, уның атаһын институтты тамамлағандан һуң Себергә ебәргәндәр. 90-сы йылдарҙа ғаилә тыуған районына ҡайта.
– Бала саҡта күп уҡый торғайным, – ти ир. – Жюль Верндың “Һыу аҫтында егерме мең йыл” китабы ҡулға эләкте. Китап геройҙарының мажаралары мине шул тиклем хайран ҡалдырҙы, хатта улар кеүек үк диңгеҙ киңлектәрен айҡарға хыяллана башланым. Форма тотоу өсөн үҫмер саҡтан спорт менән ныҡышмалы шөғөлләндем. Әҫәрҙән илһамланып, 9-сы класты тамамлағандан һуң йылға училищеһына уҡырға индем.
Башҡа студенттар йәйге каникулда ял иткәндә ул практикала икенсе курсташтары менән Иртыш, Тобол, Обь йылғалары буйлап “йөрөй”. Һөҙөмтәлә көҙгә бер аҙ аҡса йыя.
Яугир – ғаиләлә дүрт ул араһында иң өлкәне. Шуға күрә атаһына һәм әсәһенә кесе туғандарын ҡарарға ярҙам итә.
– Ғөмүмән, бала сағым башҡа ауыл балаларыныҡы кеүек ғәҙәти булды. Ҡыш көнө мәктәпкә бармаҫ өсөн 30 градусҡаса һалҡынайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә инек, һуңынан, һалҡын тип тормай, урамда уйнаныҡ, – тип йылмайып иҫенә төшөрә ул.
Тәүге хәрби тәжрибә
Хәрби хеҙмәткә 2000 йылда саҡыралар. Әҙерлек һәм тәжрибәһе буйынса ул хәрби-диңгеҙ флоты өсөн әҙер белгес булһа ла, егетте һауа-десант ғәскәрҙәренә, разведкаға ҡабул итәләр. Быға һаулыҡтың яҡшы булыуы һәм физик әҙерлек булышлыҡ итә.
Уҡыуын тамамлағас, егет Төньяҡ Кавказға оҙатыла, контртеррористик операция составында ике тапҡыр Чечняға ебәрелә. Ул йәмғеһе бер йылдан ашыу ҡыҙыу нөктәлә була. Ошо ваҡыт эсендә өлкән сержант дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт итә. 2002 йылда демобилизациялана.
Яурындарына погон тағып
Әммә Мәсетле егете яҙмышын хәрби тормош менән бәйләргә ҡарар итә. Был эштә уны атаһы ла хуплай. Бер йылдан Силәбе хәрби автомобиль институтына уҡырға инә.
– Уҡыу башланып китте: полигонда һәм курсант тормошо, – ти ул. – Уҡыу шатлығы ҡатмарлыҡтар менән аралашып килде. 2008 йылда уҡыуымды тамамланым. Погондарҙа – тәүге лейтенант йондоҙҙары, атай-әсәйҙең күҙҙәрендә – шатлыҡ йәштәре, ҡустыларымдың һоҡланыулы ҡараштары.
Йәш лейтенанттың хәрби хеҙмәте 27-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһында, Тоцк- 2-лә башлана. Шул ваҡытта грузин ғәскәрҙәре Көньяҡ Осетияға инә.
Уның хәтирәләренән:
– Иртәнсәк беҙҙе тревога менән торғоҙҙолар, һәм беҙ самолетта остоҡ. Был – ауыр һуғыш, үлем һәм емереклек. Урамдарҙа – ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡарттарҙың һәм балаларҙың кәүҙәләре. Дошман тыныс халыҡты аямай үлтерә. Күп ҡан күрҙем, йөрәгем һыҙланы. Һәм бынан һуң йәнә ҡулыма ҡорал алырмын, тип уйламағайным... 2009 йылда армияла реформалар башланды. Беҙҙе, хәрби офицерҙарҙы һәм һалдаттарҙы, эштән бушаттылар. Тап шул саҡта Рәсәй лайыҡлы яугирҙарын юғалтты, тип иҫәпләйем. Минең хәрби карьерам тамамланды, ябай граждан булып ҡалырмын тип уйлағайным. Тыныс тормошҡа яраҡлашыу, күңелгә ятҡан эш табыуы ауыр булды. Шул саҡта яҡындарым ярҙамында ғына көс таптым, уларға шуның өсөн рәхмәт...
Тыуған ил яңынан
саҡырҙы
Ғаилә ҡорған, атай булған ир ҡасан да булһа хәрби комиссариаттан йәнә саҡырыу килер, тип һис тә уйламай. 2022 йылдың сентябрендә, өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән һуң, уға повестка тотторалар. Тимәк, Ватан хәрби офицерҙарға мохтаж.
Ир яҡташтарының уларҙы нисек оҙатыуын, йыйылған ярҙамды нисек тапшырыуҙарын, “Прощание славянки” йыры аҫтында автобусҡа ултырыуҙарын хәтерләй. Свердловск өлкәһенең Елань ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә. Яҡташыбыҙҙы разведка взводы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Уларҙы МХО-ла булған инструкторҙар уҡыта, ул үҙе лә хәрби тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
– Шул ваҡыттан алып һәм әле лә Мәсетле районы хакимиәтенең, халҡының даими ярҙамын тоябыҙ. Рәхмәт! – ти яугир.
Хәрби көндәр
2023 йылдың ғинуарында взвод уның етәкселегендә Артемов (Бахмут) тирәһендә оборонаға баҫа, яугирҙар йыш ҡына дошмандың тылына сыға. Эште вагнерҙар менән берлектә алып баралар. Шулай хәрби көндәр башлана: тәүге юғалтыуҙар, ҡаршы һуғыш, пуля һыҙғырыуы, дары еҫе, дрондар сыңы... Дошман снарядтарҙы йәлләмәй.
Мәсетле яугиры “Захар” шартлы исемен йөрөтә. Был исемде ул 20 йыл элек армияла хеҙмәт иткән сағында ала. Ул саҡта һалдаттар “ЗИЛ-157” машинаһын (көнкүрештә уны “Захар” тип йөрөтәләр) ҡыҙҙыра алмай, ә мәктәп йылдарында тракторсылар курсында быға өйрәнгән егетебеҙ быны “һә” тигәнсе эшләй. Шунан һуң уны “Захар” тип йөрөтәләр, хеҙмәттәштәре араһында абруйы арта.
Быйыл йыл башынан яҡташыбыҙҙы штурм взводы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Шул ваҡыттан алып дошман менән осрашыуҙар ғәҙәти күренешкә әйләнә. Ошо һөжүмдән ҡайтаһыңмы, юҡмы икәнен бер ҡасан да белмәйһең.
– Тыныс тормошта йәшәгән халыҡ менән дә осрашабыҙ, – тип һөйләй “Захар”. – Улар араһында төрлө кешеләр бар. Күптәр беҙҙең килеүебеҙгә шат, шулай уҡ ВСУ-ның кире килеүен көтөүселәр ҙә бар. Диверсия эшләргә, ағыу-ларға тырыштылар... Оло йәштәге мөләйем ҡатындың дошманды йүнәлтеүсе булған саҡтары ла осраны.
Күптән түгел, июнь аҙағында, беҙ дошмандың терәк пунктын алыу бурысы менән сығып, нацистарҙы һәм ялланып һуғышҡандарҙы үҙҙәренең позицияларында кәрәктәрен бирҙек. Окопта бер дошман кәүҙәһе ята ине. Беҙ уны “ике йөҙөнсө” тип ҡабул иттек. Һәм бына терәк пунктын алдыҡ, ярҙам төркөмөн көтәбеҙ. Көтмәгәндә ул урынынан тор-ҙо ла: “Егеттәр, үлтермәгеҙ!” – тине. Бындай хәлде көтмәгәйнек.
Ир 50 йәшлек одессит булып сыҡты. Уның хәрби енәйәттәре юҡ. Ул беҙҙән Украинаға ҡайтармауыбыҙҙы үтенде һәм шул ваҡыттан алып беҙҙең менән йәшәй. Мунса яға, ашарға әҙерләй, хужалыҡ эштәрен алып бара. Һәм бының менән тулыһынса ҡәнәғәтмен. Һуңғараҡ ишетелеүенсә, уның ғаиләһе Рәсәйгә күсеп килгән.
Тағы ла бер осраҡ иҫтә ҡалды: ауылдарҙың береһен алғанда өй подвалынан ғаиләне азат иттек – оло йәштәге ир, ҡатын һәм дүрт балаһы менән әсә кешене. Улар, нацистар балалар-ҙың атаһын үлтерҙе, тине. Беҙ ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәттек: быҡтырылған ит, ҡоро паек бирҙек. Туғыҙ йәшлек Алена шоколадҡа (шулай уҡ ҡоро паектан) ҡыуанды. Ул үҙе теккән уйынсыҡ айыуын миңә бүләк итте. Айыу минең бетеүемә әйләнде, гел үҙем менән булды. Әммә мин уны юғалттым һәм шул уҡ көндө яраландым. Яңыраҡ егеттәр уны табыуҙары хаҡында хәбәр итте, тимәк, оҙаҡламай ул мине яңынан һаҡлаясаҡ...
Ата-әсәһенең ғорурлығы
Лайыҡлы хеҙмәте өсөн өлкән лейтенант “Луганск халыҡ республикаһын обороналаған өсөн”, “Офицерҙар ҡаһарманлығы”, “Разведкала хеҙмәт иткән өсөн” иҫтәлекле билдәләр һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.
Яңыраҡ Мәсетле егете ҡаты яралана, әле ул реабилитациялана һәм йәнә МХО-ға юлланасаҡ.
Өйҙә яратҡан ҡатыны, ҡыҙы, улы уның өсөн борсолалар һәм яугирҙан һәр хәбәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Шуға күрә ғаилә башлығы, яҡындары уның иҫән һәм һау икәнлеген белһен өсөн, йышыраҡ бәйләнешкә сығырға тырыша.
– Ватанды һаҡлау өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәргә ихтирам менән ҡарайым. Улар иҫән ҡалмауҙары ла ихтимал икәнлеген белә, шулай ҙа йөрәк ҡушыуы буйынса эш итә. Хәҙер МХО-ла Рәсәйҙең алтын генофонды – ышаныслы ир-егеттәр – хеҙмәт итә, тип иҫәпләйем һәм мин уларға ышанам, бәләлә ҡалдырмаясаҡтарын беләм. Улар – Ысын кешеләр.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: күп йылдар элек өлкән ағайҙарының уңыштары кесе туғандарын да ошо уҡ юлды һайларға дәртләндерә. Уларҙың береһе МХО-ла булған да инде, ауыр йәрәхәт алған, икенсеһе барырға әҙерләнә, контрактҡа ҡул ҡуйған. Кесеһе армияла лайыҡлы хеҙмәт итә.
Яугирҙарҙың ата-әсәһенә ауыр, ләкин улар улдарының ысын илһөйәрҙәр юлын һайлауын аңлай, сөнки үҙҙәре Тыуған илдең лайыҡлы улдары итеп тәрбиәләгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ағымдағы йылдың 1 авгусынан 31 декабренә тиклем Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөгән республика халҡы 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған федераль түләү ала.
Шулай уҡ 505 мең һум күләмендә төбәк түләүе ғәмәлдә.
Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөү мөмкинлеге тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн мөрәжәғәт итергә:
– Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урамы, 16 адресы йәки 8 (34798) 3-14-04, 3-14-05 телефон һандары буйынса Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарының хәрби комиссариатына;
– 8-919-148-85-12 телефон һандары буйынса Мәсетле районында хәрби хеҙмәткә кандидаттар менән эшләү буйынса белгескә.