Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь , 16:00

Башҡортостандың медицина ойошмалары яһалма интеллектҡа күсә

Башҡортостан медицина өлкәһендә яһалма интеллект ҡулланыуҙы киңәйтә. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Башҡортостандың медицина ойошмалары яһалма интеллектҡа күсә
Башҡортостандың медицина ойошмалары яһалма интеллектҡа күсә

Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, республикала табип ҡарарҙарына ярҙам итеү системаһы индерелә һәм яһалма интеллект ярҙамында поликлиникаларҙа сиратты анализлау технологияһына һынау үткәрелә.

«Йыл аҙағына тиклем республикабыҙҙың алты медицина ойошмаһы «МосМедИИ» платформаһына тоташтырыла. Был платформалағы ЯИ-ҡарарҙары флюорография, маммография, рентгенография һәм күкрәк ситлеге ағзаларын КТ-да тикшереү һөҙөмтәһендә алынған һүрәттәрҙе анализлай. Пилот проекты өсөн беҙ ЯИ-тың төрлө кимәлдәге эш һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн республика, район медицина ойошмаларын һайланыҡ. Уның йомғаҡтары буйына был тәжрибәне башҡа клиникаларға таратыуҙы ҡарарбыҙ», - тине Айрат Рәхмәтуллин.

Фото:Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналы
 
Автор: