Һалдаттарҙы Өфөнөң йыйылыу пунктынан ғәскәрҙәргә оҙатыу 2024 йылдың октябрь аҙағында башлана. Һәр береһе обмундирование, несессер, аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр менән тәьмин ителә.
«Әйткәнебеҙсә, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай. Көҙгө саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытта, 2024 йылдың 1 октябренән 31 декабренә тиклем тормошҡа ашырыла», — тине республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич.
Граждандарға йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа килергә кәрәклеге тураһында ҡағыҙ повестка ебәрелә. Документтар егеттәргә расписка яҙып йәки заказлы хат менән килтерелә.
Республиканың хәрби ведомствоһында йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшләй (консультация-хоҡуҡ пункты), унда (347) 228-02-92 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин. Эш көндәрендә — иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем, ялдарҙа иһә иртәнге 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр.
Бынан тыш, башҡа телефон номерҙары ла эшләй, ошо һандарҙы йыйып, көҙгө саҡырылышҡа бәйле һорауҙарҙы бирергә мөмкин:
Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге — (347) 253-13-48 (сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем).
Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы — (347) 250-05-10 (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем).
Өфө гарнизон хәрби суды — (347) 259-14-83 (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем).
Ашығыс психологик ярҙам, республика йәштәр психологик үҙәге — (347) 276-56-12 (көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан төнгө 12-гә тиклем).
Фото