Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь , 15:55

«Йәшел Башҡортостан» акцияһында 37 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә «Йәшел Башҡортостан - 2024» акцияһы көнөндә 37 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 4 мең ирекмән һәм 2 мең махсус ойошма ҡатнашыуы тураһында һөйләне.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһында 37 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
«Йәшел Башҡортостан» акцияһында 37 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

«4,2 мең эре ағас һәм 65 мең башҡа үҫентеләр ултыртылды, 57 яңы тематик аллея булдырылды. Көҙгө акция барышында баш ҡалала бөтәһе 2,3 меңдән күберәк ағас һәм 2 мең ҡыуаҡ ултыртыу планлаштырыла, шуларҙан 2 меңгә яҡын ағас һәм 2 мең ҡыуаҡ урман питомниктарында үҫтерелгән», — тине Голованова.

Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров республика министрҙар кабинетын бәләкәй шыршылар ултыртмаҫҡа саҡырҙы.

«Бәлки, үҙебеҙгә шундай ҡағиҙә булдырырға кәрәктер — метр ярымдан бәләкәйерәк шыршы ултыртмаҫҡа. Беҙгә бит 10 йыл көтмәҫ өсөн аллеяларҙы, ҡалаларҙы, ауылдарҙы биҙәү мөһим. Шулай уҡ Радий Фәрит улы үҫеп китә алмаған ағастарҙы контролдә тоторға һәм күсереп ултыртырға ҡушты», — тип билдәләне ул.

Фото:Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәре
 
Автор: