– Мин мәктәпкә килгәс, уҡыусыларҙың текстты ярайһы уҡ һәйбәт уҡыуын, тәржемә итеүен, яҡшы яҙыуын күрҙем, ә бына уларға нимәлер әйтергә һораһаң, ҡыйынлыҡтар килеп тыуа, – тип һөйләй Раушания Рәүф ҡыҙы. – Уларға тел буйынса ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға нисек ярҙам итергә тип уйланым. Бының нимә икәнен үҙем дә яҡшы беләм: университетта бик яҡшы уҡытыусы Айтуған Йомабай улы Ҡуланчин етәкселегендә ғәрәп телен өйрәндем, ғәрәпсә уҡый алам, ә бына һөйләшеү миңә ауыр бирелә. Шуға күрә “печа-куча” ысулын ҡулланырға булдым. Был – билдәле коммуникатив компетенциялар булдырыу алымы, уны инглиз теле уҡытыусылары ҡуллана. Алымдың асылы шунда – уҡыусылар үҙҙәренә һүҙҙәрҙе хәтерләргә ярҙам иткән һүрәттәргә таянып, нимәлер хаҡында һөйләй. Хәҙер беҙ дәрестә кәрәкле һүҙҙәрҙе һәм грамматик конструкцияларҙы өйрәнәбеҙ, һуңынан өйҙә улар мини-презентация – бер нисә һүрәт һәм уларға ҙур булмаған текст төҙөй. Дәрестә уҡыусы, яҙмаһыҙ һүрәттәргә йәки фотоһүрәттәргә ҡарап, тексын иҫенә төшөрә һәм нимә һүрәтләнгәнен, ни өсөн ҡыҙыҡлы икәнен һөйләй. Һәр презентацияға 6 минут 40 секунд ваҡыт бирелә. Был һүҙҙәрҙе яҡшы хәтерләү, һөйләү оҫталығын бирә. Сағыу, ҡыҙыҡлы презентациялар балаларға бик оҡшай һәм уларҙың предметҡа ҡыҙыҡһыныуы арта. Әлегә был һынау алымын 6-сы һәм 9-сы кластарҙа ҡулландым: шул рәүешле Башҡортостан театрҙарын өйрәндек, ә алтынсы кластар шиғырҙары 25 телгә тәржемә ителгән башҡорт яҙыусыһы Гөлфиә Юнысова ижады тураһында хикәйә әҙерләне.
– Ә һеҙ ниңә башҡорт теле уҡытыусыһы булырға ҡарар иттегеҙ?
– Миндә ошо һөнәргә һөйөүҙе туған мәктәбемдә башҡорт теле уҡытыусы-һы уятты. Уға һәләт Хоҙай-ҙан бирелгән! Уҡытыусымдың дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп алып барыуына, һөнәрен яратыуына һоҡландым һәм үҙем дә шундай булырға теләнем. Әммә университетты тамамлағандан һуң йәш белгестәр, билдәле булыуынса, мәктәпкә барырға ашыҡмай. Мин дә тәүҙә банкта эшләнем. Уҡытыусы булыу теләге нығыраҡ булып сыҡты һәм лицейға килдем. Хәҙер үҙем йәштәрҙең барыһын да мәктәптә эшләргә саҡырам! Балалар – ихлас, уй-фекерен туранан-тура әйтә, ысын күңелдән һөйләй, әйтерһең дә, улар тормошто ҡабул итеүҙең сафлығын ҡайтара. Мин дә уларҙан күп нәмәгә өйрәнәм. Башҡорт теле – минең туған телем, әлбиттә, өйҙә үҙ телебеҙҙә аралашабыҙ һәм уҡыусыларымдың уны белеүен теләйем. Улар менән Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен тикшерергә хыялланам: минең өсөн унда таныш нәмәләр бик күп, сөнки мин дә ауылда – Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында, йәмле Әй йылғаһы буйында үҫтем. Өҫтәүенә ул әҫәрҙә Мәрәһим менән Аҡйондоҙҙоң саф, бөйөк мөхәббәт тарихы бар... Беҙ уҡыусылар менән ошоларҙың барыһы тураһында ла саф башҡорт телендә һөйләшербеҙ, тип ышанам.
– Конкурстан ниндәй тәьҫораттар алдығыҙ?
– Тәүҙә мин башҡа уҡытыусыларҙың файҙалы идеялары менән күберәк танышырға теләнем, һуңынан ҡомар уянды – нимәлер эшләй белеүемде иҫбатлау теләге тыуҙы. Коллегаларымда минең алым ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, уны һөҙөмтәле тип таптылар. Улар, үҙ сиратында, мине байтаҡ әҙер лексик күнекмәләр һәм уйындар булдырылған электрон платформалар менән таныштырҙы.
Екатерина КЛИМОВИЧ
(“Уфимские ведомости” гәзите).